Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Март 2022, 10:58

Тиҫтерҙәре машина уйнағанда, ул кәштәгә дарыуҙар теҙгән

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының көндөҙгө стационар бүлеге етәксеһе, табип-терапевт Айрат Ишбирҙиндең медицинаны һайлауы осраҡлы түгел. Әсәһе Гөлбикә Әбдрәфиҡ ҡыҙы оҙаҡ йылдар Төркмән ауылындағы Ирәндек табип амбулаторияһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Шуға геройымдың “иптәш малайҙар машина уйнағанда, мин әсәйемдең эшенә килеп, кәштәләргә төрлө дарыу ҡаптарын теҙә торғайным” тигән һүҙҙәрендә тулыһынса хаҡлыҡ бар.

Бала саҡтан һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, бигерәк тә әсәһенең аҡтан-аҡ халатына хайран ҡалып үҫә ул. Ап-аҡ кейемдәге әсәһен кешеләрҙе ҡотҡарыусы фәрештәгә тиңләй, үҙе лә “ҙурайғас, табип булам” тип хыяллана.

Ә бит, ысынлап та, кескәй малайҙың хыялдары тормошҡа аша. 2005 йылда Сибай гимназия-интернатын тамамлаған егет документтарын Башҡортостан дәүләт медицина университетына алып бара, әммә бер генә балл етмәй, конкурстан үтмәй. Шулай ҙа юғалып ҡалмай ул, Сибай медицина колледжына уҡырға керә. Сирлеләргә тәүге ярҙам күрһәтеү, укол һалыу, ниндәй ауыр ваҡытта ла юғалып ҡалмау кеүек медицинаның тәүге сирҡаныстарын ул тап ошонда ала.

Бала саҡтан килгән табип булыу хыялы Айрат Айбулат улында көндән-көн арта бара, әсәһенең кәңәштәре лә этәргес бирә. Колледжда бер йыл уҡып, имтихандарын уңышлы тапшыра ла йәнә үҙ көсөн һынап ҡарарға Өфөгә юллана. Был юлы уңыш йылмая: 2006 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетының “дауалау эше” бүлеге студенты булып китә. Бер йыл эстәгән колледж белеме лә ярап ҡала, тәүге көндәрҙән үк Айрат Ишбирҙингә уҡыу еңел бирелә.

Һәр саҡ яңылыҡҡа һәм белемгә ынтылған егет, университетты тамамлап, аҙаҡ ординатурала уҡый һәм 2013 йылда тыуған яғына эшкә ҡайта. “Ауыл табибы” дәүләт прог­раммаһына эләгеп, йәш белгес хеҙмәт юлын Аҡморон ауылындағы табип амбулатория­һында участка терапевы булып башлай. Биш йыл эшләгәндән һуң, табиплыҡ һәләте Хоҙайҙан бирелгән белгесте Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһына эшкә саҡыралар.

2018 йылдан алып бөгөнгә тиклем әңгәмәсем Баймаҡ ҡалаһында эшләй. 2019 йылда поликлиника етәксеһе була, артабан үҙ эшенә яуаплы ҡараған, сирлеләргә һәр саҡ иғтибарлы булған йәш табипҡа көндөҙгө стационар бүлегенә етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар. Айрат Айбулат улы бер үк ваҡытта сирлеләрҙе лә ҡабул итә, шулай уҡ пандемияның иң ауыр ваҡытында “ҡыҙыл зона”ла ла эшләй, коронавирус менән сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыуға үҙ өлөшөн индерә.

– Көндөҙгө стационар бүлек 40 койка-урынға иҫәпләнгән. Ауырыуҙар иртән килеп, тейешле медицина дауаһы алып, бер аҙ ял иткәс кенә өйҙәренә ҡайта. Уларҙы даими рәүештә ҡарап, тикшереп торабыҙ. Кәрәк икән, өҫтәмә медицина тикшеренеүҙәре үткәрелә, дауалау курстары ла оҙайтыла. Пандемия осоронда эш еңелдән булманы, табиптар етешмәй, күптәре ковид-госпиталдә, ҡайһылары үҙҙәре сирләй, хатта өйгә лә ҡайтмай эшләгән саҡтар булды, – ти әңгәмәсем. – Бөгөн дә “Ковид-19” сигенергә ашыҡмай, омикрон штамы менән бишенсе тулҡын дауам итә, шуға күрә форсаттан файҙаланып, халыҡҡа мөрәжәғәт итер инем: сәләмәтлегегеҙгә битараф булмағыҙ, прививка эшләтегеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, – ти Айрат Айбулат улы.

Ысынлап та, һәр беребеҙгә ауыр осорҙа сирлеләргә лә, табиптарға ла еңел түгел. Үҙ һөнәрен яратҡан, пациенттар менән ипле мөғәмәлә иткән, шул уҡ ваҡытта бәғзе осраҡта тәүәккәллек, рух ныҡлығы, стресҡа ҡаршы тора алыу кеүек сифаттарға эйә булған геройым был һынауҙарҙы ваҡытлыса тип иҫәпләй һәм үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр кемде иғтибар менән тыңлай, ауырыуҙа өмөт уята, уны тынысландырыу һүҙҙәрен таба белә. “Эшегеҙ ауырмы?” тигән һорауға: “Ауыр мәлдәр ҙә була, сөнки пациенттар араһында төрлө сирле кешеләр осрай. Уларҙың һауыҡҡанын күреү – эшеңдең һөҙөмтәһе – күңелгә рәхәтлек тойғоһо өҫтәй”, – тип яуапланы ул.

Медицина фәне һәр саҡ яңылыҡтар кисерә, алға табан бара. Был йәһәттән табиптарға ла даими рәүештә үҙ белемдәрен камиллаштырыуға, һәр саҡ эҙләнеүҙәр һәм асыштар юлында булыу талап ителә. Айрат Ишбирҙин дә психиатрия менән ҡыҙыҡһына, ошо йүнәлештә белемен дауам итә.

Ғаиләһенән дә уңған ул. Кәләше Гөлгөнә Рәсүл ҡыҙы балалар табибы булып эшләй. Тормоштарын йәмләп, Нурания исемле ҡыҙҙары үҫеп килә. Кем белә, бәлки, ул да киләсәктә табиптар династияһын дауам итеп, аҡ халатлылар рәтен тулыландырыр.

Кәримә УСМАНОВА 

Читайте нас: