Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Декабрь 2022, 10:45

Үткәнде белмәгәндең киләсәге юҡ

Ҡариҙел районында "МИН-ПАТРИОТ" форумы асылды.

Үткәнде белмәгәндең киләсәге юҡ
Үткәнде белмәгәндең киләсәге юҡ

Форум Еңеү һәм хәтер паркында Ватан Геройҙары көнөнә арналған сара менән башланды. Быйылғы иҫтәлекле дата 16-сы тапҡыр билдәләнә.

Байрамда Рәсәй Геройы Владимир Ришад улы Әлимов, шулай уҡ ил яҙмышына битараф булмаған кешеләр ҡатнашты. Почетлы ҡунаҡтар үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, еңеү яулаған һәм тыныс күк йөҙөн бүләк иткән батырҙарыбыҙҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды, Геройҙар мемориалына сәскә һалып, хөрмәтен белдерҙе.

– Беҙ бөгөн Рәсәй Федерацияһы Геройы Владимир Ришад улы Әлимов менән аралашыу һәм өлгө алыу мөмкинлегенә эйә булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ул халҡыбыҙҙа һәм йәш быуында илһөйәрлекте тәрбиәүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Азатлығыбыҙ өсөн көрәшкән һәм яу яландарына башын һалған яугирҙәрҙәң хәтере һаҡланһын һәм быуындан-быуынға тапшырылһын өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, – тине Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

– Бөгөн Башҡортостанда тыуған һәм йәшәгән кешеләр араһынан 299 кеше - Советтар Союзы Геройы, 47 -һе – Дан орденының тулы кавалеры, 30-ы – Рәсәй Федерацияһы Геройы. Ҡариҙел еренең дә күп геройҙар тәрбиәләүе ҡыуандыра, уларҙың исемдәрен һәм батырлыҡтарын иҫтә тоторға һәм хөрмәт итергә тейешбеҙ, – тине сығышында Рәсәй Геройы Владимир Әлимов.

Ҡариҙел районы Ватанға дүрт Советтар Союзы Геройы биргән. Улар – Асҡыштан Нурлы Миңләхмәтов, Айдостан Сергей Черепахин, Байҡыбаштан Петр Корочкин һәм Ҡаҙмаштан Николай Романов. Корочкин һәм Романов был юғары исемгә үлгәндән һуң лайыҡ була. Владимир Әлимовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелә.

"МИН-ПАТРИОТ" форумын асыу тантанаһы Ҡариҙел ауылының күп функциялы ауыл клубында үтте. Байрамға алты райондан вәкилдәр килде. Уларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының илһөйәрлек тәрбиәһе мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Валентин Солодовник мөрәжәғәт итте.

– Бөгөнгө форумда ҡатнашҡан балаларға күҙ һалам да, уларҙың күп булыуына, күҙҙәре янып тороуына сикһеҙ шатланам. Бөйөк Ломоносов әйткәнсә, үткәнде белмәгәндең киләсәге юҡ. Геройҙарыбыҙ ярҙамында беҙ тыныс тормошобоҙҙоң ҡәҙерен белергә һәм хөрмәт итергә тейешбеҙ. Бөгөн илһөйәрлектең тотҡан урынын белгән һәм аңлаған егеттәр был йүнәлештәге сараларҙа ҡатнаша, һис шикһеҙ, күп нимәгә өлгәшерҙәр, тип иҫәпләйем, – тине Валентин Солодовник.

– Рәсәй Геройымын, шулай уҡ илдең атҡаҙанған летчиктары һәм летчик-һынаусылар клубы ағзаһымын, беҙ бергәләп ҙур патриотик эш алып барабыҙ. Илдең барлыҡ төбәктәрендә лә ил Геройҙарының 88 дәрес сәғәтен үткәрҙек, мәктәптәрҙә уҡыусылар менән осрашабыҙ. Ә бөгөн беҙҙә насар йәштәр бар тиһәләр, ышанмағыҙ! Беҙҙә иң яҡшы һәм алдынғы йәштәр. Эйе, ҡайһы берәүҙәр “йәштәр күп ваҡытын гаджеттарҙа үткәрә” тип әйтһә, ышанмағыҙ. Беҙҙә иң алдыңғы ҡарашлы йәштәр. Гаджеттарҙа күп ваҡыт үткәргәндәр бар, әммә был юлы сикләргә, спорт менән күберәк шөғөлләнергә, Ватаныңды, илеңде һәм лидерыбыҙ Владимир Путинды яратырға кәрәк. Тик уның етәкселегендә генә беҙ дошманға ҡаршы тора аласаҡбыҙ һәм барыһын да еңәсәкбеҙ, – тине Владимир Әлимов.

– Рәсәй тарихында берҙәм милли идея һәм илһөйәрлек тойғоһо дошманды тар-мар итергә ярҙам иткән миҫалдар күп. Был халҡыбыҙҙың рухы көслө булыуы тураһында. Беҙҙең бурыс – тарихи хәҡиҡәтте еткереү, бының өсөн белемгә ынтылырға кәрәк. Мохтаж кешегә ярҙам ҡулы һуҙыу мөһим. Бөгөн беҙҙең һалдаттар фронт һыҙығында, ә беҙ, үҙ сиратында, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә, тупланырға тейешбеҙ.  Күп нимә үҙебеҙҙән тора. Беҙ мөнәсәбәттәребеҙҙе нисек ҡорабыҙ, нисек берләшәбеҙ, илебеҙҙең киләсәге шуға бәйле буласаҡ, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова.

Артабан балалар, форумда ҡатнашыусылар төрлө майҙансыҡтар эшендә ҡатнашты. Форум ҡунаҡтары хәрби-патриотик штабта, атыу полигонында булды, "Мин – илһөйәр" квесын үтте.  Егеттәр өсөн “Олимпиясы” физукультура-һауыҡтырыу комплексында ҡатнаш алыш (ММА) буйынса федерация тренерҙарынан үҙ-үҙеңде яҡлау буйынса оҫталыфҡ дәрестәре булды.

Форум социаль селтәрҙәрҙә эшләү буйынса тренд сессияһы менән тамамланы.

Фото: рәсми сығанаҡтан.

Үткәнде белмәгәндең киләсәге юҡ
Үткәнде белмәгәндең киләсәге юҡ
Үткәнде белмәгәндең киләсәге юҡ
Үткәнде белмәгәндең киләсәге юҡ
Үткәнде белмәгәндең киләсәге юҡ
Үткәнде белмәгәндең киләсәге юҡ
Үткәнде белмәгәндең киләсәге юҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: