Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1991 йылдың сентябрендә Өфө нефть эшкәртеү заводында күләмле ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашҡандарға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
– 1991 йылдың июлендә Сергей Кужугетович Шойгу етәкселегендә Рәсәй ҡотҡарыусылары корпусы базаһында ойошторолған РСФСР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты өсөн башҡорт ерендәге был күләмле, ғәжәйеп ҡатмарлы операция илебеҙҙәге ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһын булдырыуҙың башланғыс нөктәһе булып тора. Бөгөн беҙ унда туранан-тура ҡатнашыусыларға наградалар тапшырабыҙ, — тине Радий Хәбиров.
Ул саҡта, бынан 30 йылдан ашыу элек, Виталий Моисеевич Аппель Мәскәүҙең “Надежда” авария-ҡотҡарыу отряды командиры була, ә Камил Рафаил улы Мөхөтдинов Башҡорт АССР-ының Физик культура һәм спорт буйынса дәүләт комитетының “Физик культура һәм сәләмәтлек” альпинистар республика берекмәһенең туризм һәм тышҡы бәйләнештәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.
Өфө нефть эшкәртеү заводында ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү операцияһы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарихында беренсе булып Гиннесстың рекордтар китабына инә.
– Был өс көн ғүмерлеккә иҫебеҙҙә ҡалды. Тауҙарҙа, техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кеше ғүмерен ҡотҡарыу буйынса ҙур тәжрибәгә эйә инек. Ул көндәрҙә һауа торошо елле булды, торбаны көслө ҡыбырлата. Тик ахмаҡтар ғына ҡурҡмай, шуға күрә, әлбиттә, был бейеклеккә күтәрелеү ҡурҡынысы бар ине, — ти Камил Мөхөтдинов 30 йыл элек булған ваҡиғаларҙы хәтерләп.
Ул саҡта, 1991 йылдың көҙөндә, баш ҡалаға техноген төрҙәге ҙур экологик һәләкәт янай. Өфө нефть эшкәртеү заводында 150 метрлыҡ төтөн торбаһы ҡыйшая. 120 метр бейеклектә тимер-бетон конструкция ярыла һәм шартлау хәүефе янаған еҫле углеводород производствоһы өҫтөндә 700 тонна ауырлыҡтағы өлөшө эленеп ҡала. Торба емерелгән осраҡта, күләмле ҙур янғын сығыу ихтималлығы, ә һыныҡтың төшөү эҙемтәһе Өфөлә туғыҙ баллы емергес ер тетрәүгә килтерер ине.
Кисекмәҫтән янғын һүндереү хәүефһеҙлеге саралары техникаһын урынлаштырыу, етештереүҙе тулыһынса туҡтатыу һәм уны эксплуатациялау режимынан сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Мәскәүҙән Өфөгә РСФСР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре, ҡотҡарыусылар, альпинистар, спелеологтар ебәрелә, шулай уҡ инженер ғәскәрҙәренең хәрби белгестәре төркөмө лә килә.
– Үҙенсәлекле операцияла ҙур белгестәр коллективы эшләне, бөтәһе лә аңланы: торбаның был фрагменты үҙе емерелһә, уның эҙемтәләре иң ҡурҡынысы булыуы мөмкин, сөнки аҫта нефть һәм газ үткәргес торбалар урынлашҡан. Күп тапҡыр өҫкә күтәрелдек, торбаларҙы тикшерҙек, әлбиттә, рухи йәһәттән дә, физик яҡтан да ауыр булды. Бөтә тикшереүҙәрҙән һәм кәңәшләшеүҙәрҙән һуң торбаны юл эстакада яғына йүнәлгән шартлау менән түңкәрергә, шул уҡ ваҡытта торбаның үҙен һаҡлап ҡалырға ҡарар ителә. Ваҡыт минутлап иҫәпләнде, сөнки торба даими ултырыуын дауам итте һәм теләһә ҡайһы ваҡытта емерелеүе ихтимал ине, — ти Виталий Аппель.
Янғын һүндереү бүлексәләре даими әҙерлектә була, завод хеҙмәттәре алты метрлыҡ ҡом “яҫтыҡ” әҙерләй, ул ҡолаған саҡта ерҙең һелкенеүенән араларға тейеш була. 120 метр бейеклектә ҡотҡарыусылар тәүҙә бетондың ҡалынлығын, һыныу бейеклеген, торбаның ултырыу участкаһының ҙурлығын баһалай һәм заряд һалыу мөмкинлеген билдәләй, артабан даими хәүеф шарттарында көслө ел аҫтында эшләп, йүнәлтмәле шартлауҙы ойоштороу өсөн күп урындарға заряд урынлаштыра. Белгестәр фаразлауынса, ҡоролманың ауышлығы һәм уның эске нығытмаһының өҙөлөүе торбаның цементтан тигеҙ ҡойолмауы менән бәйле.
Альпинистар торба аша хәрәкәт итеү өсөн сым һуҙған, зарядты көсәйтеү өсөн элмәктәр әҙерләп ҡуйған. Әммә иң ҡыйыны – бөтәһе 350 килограмм шартлатҡыс матдәләрҙе бейеклеккә күтәреү һәм шартлау эҙемтәләрен, ярсыҡтарҙы кәметеү өсөн дымлы быяла сүстәр һалынған тоҡтар менән снарядтарҙы ҡаплау. Белгестәр өҙөлгән киҫәктәрҙең, торбаның үҙенең емерелеү хәүефе аҫтында эшләгән. Торбаның өҫкө өлөшөнә күсеүгә ныҡ зыян күргән баҫҡыс ҡамасаулаған.
– Бейеклектә төркөм билдәле ҡотҡарыусы-альпинист Андрей Рожков етәкселегендә эшләй, ул бик күп билдәле тау түбәләренә менеп, күп кенә ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнашҡан. Ҡыйыу кеше һәм эшенең ҙур оҫтаһы ине. Төньяҡ Боҙло океанда экспедицияла ҡотҡарыу техникаһын һынау ваҡытында һәләк булды. Үлгәндән һуң уға Рәсәй Геройы исеме бирелде. Иң ауыры һәм хәүефлеһе, әлбиттә, шартлатҡыс матдәләр мендереү ине. Шартлатҡыстарҙы беҙгә тапшырған капитандың ҡарашын әле лә хәтерләйем. Иң хәүефлеһе – өлгөрмәй ҡалыуыбыҙ ине, шуға күрә беҙ ҡурҡманыҡ, намыҫлы эшләнек. Торбаның шартлауы киске сәғәт биштә булды, радионан был хәлдең ҡасан буласағы һәм хеҙмәткәрҙәргә оператор бүлмәләренә инергә кәрәклеге тураһында алдан хәбәр ителде. Шартлатҡыстар ҡуйылғас, БТР килде, барыбыҙ ҙа Хоҙайға тапшырып, шартлаттыҡ, — тип һөйләй Камил Мөхөтдинов.
“Беҙ торба емерелһә, аҫта цехтар, ҡоролмалдар һәм завод коммуникацияһы зыян күрәсәге тураһында аңлай инек. Быларҙың барыһы ла, ҙур иҡтисади зыян килтереүҙән тыш, миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалала экологик катастрофаға, күп кешенең һәләк булыуына һәм Ағиҙел йылғаһының ағыуланыуына килтереүе ихтимал ине. Был ярсыҡты шартлатып ҡына ҡалмай, кәрәкле урынға, ҡом яҫтығына дөрөҫ һалырға тура килеүе лә бурысты ҡатмарлаштырҙа. Әлбиттә, был оҫталар эше ине, бер нәмә лә зыян күрмәне. Шартлатыу оҫта ойошторолдо. Торба киҫәге дымлы ҡом һәм онтаҡлы яҫтыҡҡа сантиметрға тиклем теүәллек менән ятты, бары тик ярсыҡтары менән торбалағы изоляцияға бер аҙ ғына зыян килтерҙе”, — тип хәтерләй Виталий Аппель.
Донъя практикаһында бейеклектәге шартлау ысулы менән төтөн һәм тимер-бетон торбаларҙың авария участкаларын бөтөрөү факты быға тиклем теркәлмәгән. Иҫәпләүҙәрҙең теүәллеге, шулай уҡ ҡотҡарыусыларҙың, спелеологтарҙың, альпинистарҙың батырлығы арҡаһында кеше ғүмерен һаҡлап ҡалғандар.
– Беҙ барыбыҙ ҙа ул саҡта үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәнек, наградалар тураһында бер кем дә уйламаны. Миңә мәғлүм булыуынса, завод етәкселеге был ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тураһында һорап мөрәжәғәт иткән, әммә, күрәһең, ул саҡта кәрәк түгел тигән ҡарарға килгәндәр. Бөгөн беҙ республика Башлығы ҡулынан Шайморатов ордены алыуыбыҙға бик ҡыуандыҡ һәм фильмды ҡарағанда был өс көн тағы ла күҙ алдыбыҙҙан үтте. Радий Фәрит улының ғәҙеллекте тергеҙеүе арҡаһында, 30 йылдан һуң булһа ла, наградалар батырҙарын тапты, үҙебеҙҙе герой тип һанамаһаҡ та, — тине награда алған ҡаһарман йөрәкле замандаштар.
Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе бетон корпусы менән торбаның кирбес нигеҙе араһында һалынған йылылыҡ ҡатламы боҙолоуға бәйле булған. Был йылылыҡ ҡатламы оҙаҡ ятып, боҙола башлаған, барлыҡҡа килгән бушлыҡтар, конденсат һәм торба аша сығарылған химик берләшмәләр кислота барлыҡҡа килтереп, бетонды тарҡатҡан. Шуны әйбергә кәрәк, тағы ла ошондай бер торба “Ароматика” цехы өҫтөндә тора, әммә ул зыян күрмәгән һәм әле лә башланғыс бейеклеге 150 метр тәшкил итә. Әммә уны лы, 1991 йылдағы ғәҙәттән тыш хәлдән һуң, нығытҡандар.
Фото: Камил Мөхөтдиновтың архивы, "Башинформ".
Мәғлүмәт сығанағы: "Башинформ".