Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
27 Декабрь 2022, 16:00

ЙЫЛ ГЕРОЙҘАРЫ: Һеҙ бөтәгеҙ ҙә батырҙар!

Үҙебеҙҙең юлды һайланыҡ: өс Башҡортостан батальоны һәм меңәрләгән яҡташтарыбыҙ Ватанды һаҡлай.

ЙЫЛ ГЕРОЙҘАРЫ: Һеҙ бөтәгеҙ ҙә батырҙар!
ЙЫЛ ГЕРОЙҘАРЫ: Һеҙ бөтәгеҙ ҙә батырҙар!

Быйылғы йыл илебеҙ өсөн еңелдән булманы, сөнки Ватаныбыҙҙың именлеге хаҡына етәкселек махсус хәрби операция башларға мәжбүр булды. Ололарҙың “Яңғыҙ ҡайғы ҡайғымы ни, илгә ҡайғы килмәһен”, тип әйтеүе бик дөрөҫ булып сыҡты. Илебеҙ тыныс булһа, күгебеҙ, күңелебеҙ тыныс икән – беҙ быны әле ныҡлап аңланыҡ.

Әлбиттә, бындай ваҡытта ирмен тигән кеше бер нисек тә өйҙә ҡала алмай. Беҙҙең республика халҡының илһөйәрлек хисе бик көслө. Башҡортостандан ирекмәндәрҙән торған өс батальондың яуға китеүе ошо хаҡта һөйләй. Улар аңлы рәүештә, үҙҙәре теләп китте.

Белеүебеҙсә, май аҙағында “Хәрби-диңгеҙ флотының диңгеҙ пехотаһы һәм махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәре ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Алик Камалетдинов социаль селтәрҙәрҙә Луганск Халыҡ Республикаһында, Донецк Халыҡ Республикаһында һәм Украина биләмәһендәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн ирекмәндәрҙән башҡорт батальоны булдырыу тәҡдимен социаль селтәрҙәрҙә баҫтырҙы. Ул батальонды Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры булған Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исеме менән атарға тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ветерандарҙың был башланғысын тулыһынса хупланы һәм Башҡортостан батальондарын матди яҡтан тәьмин итеүҙә ярҙам итәсәген белдерҙе - тәүге көндән алып уларҙы хәстәрләй. Республиканың эшҡыуарҙары ла уларға ярҙам күрһәтеүгә ихлас ҡушылды.

Тәҡдим менән сыҡҡан төркөм шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығына рәсми мөрәжәғәт яҙҙы, республиканың бөтә ветеран ойошмалары ла тиерлек был башланғысты хуплап ҡабул итте. Ә инде ирекмәндәрҙе һайлап алыуҙы республиканың хәрби комиссариаттары башҡарҙы.

Башҡорт батальонына ғаризаларҙы башта меңдән ашыу кеше тапшыра, әммә уларҙың бөтәһе лә етди һайлап алыуҙы үтмәй. Хәрби стажы булған 50 йәшкә тиклемге ир-егеттәр йәки контракт йәки хәрби хеҙмәт юлын үткән, енәйәт яуаплылығына тарттырылмаған, һаулығы, физик әҙерлекле һәм психологик яҡтан тотороҡло булған ир-егеттәр генә кандидат булып яҙыла алды. Етди медицина комиссияһын һәм спорт нормативтарын үтәгәндән һуң, улар менән психолог һәм хәрбиҙәр аралаша.

Халыҡтың күпләп килеүен күреп, Башҡортостандың ветеран десантсылары Рәсәй Федерацияһы Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт мотоуҡсылар батальонын булдырыу инициативаһы менән сыға. Икенсе ирекле батальон да тиҙ туплана.

Шулай итеп, бер-бер артлы Рәсәй Геройҙары исемен йөрөткән – генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондар яугирҙәре махсус операция үткән биләмәгә юлланды.

– Башҡорт батальоны составында булыу һәм “шайморатовсы” тигән ғорур исемде йөрөтөү минең өсөн ғорурлыҡ. Беҙ Башҡортостанды һәм Рәсәйҙе данлап, үҙебеҙҙең юлды һайланыҡ, – тип фекере менән уртаҡлашты Поп ҡушаматлы яугир.

Көҙ иһә отставкалағы полковник Артур Йомағужин тәҡдиме нигеҙендә Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын туплау башланды.

Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө башҡорт ирекмәндәр батальонын ойоштороу буйынса йәмәғәт штабы начальнигы Ирек Рафиҡ улы Бикташев, уның ярҙамсыһы Алмас Урал улы Юлбарисов, батальон ирекмәне ҡатнашлығында уҙған матбуғат конференцияһында булырға насип итте.

– Ғөмүмән, эште башлап ебәреүгә отставкалағы полковник Артур Йомағужин ҙур көс һалды. Ул үҙе хәрби хәрәкәттәрҙә бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан, дәүләт наградаларына эйә. Беҙҙең республика Хөкүмәте эштә бик етди ярҙам күрһәтә. Улар беҙҙең барлыҡ мәсьәләләрҙе ваҡытында һәм тулыһынса хәл итергә тырыша. Ысынын әйткәндә, Хөкүмәтебеҙ шундай иғтибар бирер тип көтмәгәйнек. Улар үҙҙәренә оло яуаплылылыҡ алды һәм батальонға финанс йәһәттән ярҙам итә – кейем, ҡоралландырыу, ашатыу һәм башҡалар. Беҙҙең егеттәр бик яҡшы кейенгән. Хәрби әҙерлек өсөн формалары уңайлы.

Был батальондың үҙенсәлеге шунда: ир-егеттәр бик етди әҙерләнгән. Доброволецтарҙың 75 проценты Кавказда, Сүриәлә һәм башҡа урындарҙа хәрби сынығыу алған, төп өлөшө Эске эштәр министрлығында хеҙмәт юлы үткән. Шуға ла коллектив тәжрибәле. Яугир рухы менән һуғарылған, еңеү менән ҡайтырға тип ынтылған бик етди егеттәр йыйылған, – тине Ирек Бикташев.

Алмас Юлбарисов Салауат Юлаев исемендәге батальонды ойоштороу буйынса йәмәғәт штабы эше тураһында һөйләп үтте.

– Беҙҙең бурыс – егеттәр менән бәйләнеште өҙмәү, уларҙың бында ҡалған яҡын туғандарына, ата-әсәләренә ярҙам итеү. Донъя хәле төрлөсә, булышлыҡ талап ителгән мәлдәр була. Шуға ла улар менән бәйләнеш тотоп, хәлдәрен белеп торорға кәрәк. Яугирҙәргә гуманитар ярҙам, посылкалар әҙерләү һәм урынға алып барып еткереү кеүек эштәрҙе ойоштороу ҙа беҙҙең иңдә.

Бөгөн бик күп эшҡыуарҙар матди һәм аҡсалата ярҙам күрһәтә. “Салауат” хәйриә фонды ойошторолған. Унда күсерелгән аҡсаға егеттәргә кәрәк-яраҡ алалар, сөнки положение буйынса, мәҫәлән, резина итек ҡаралмаған, ә ундағы шарттарҙа ул кәрәк. Ошондай әйберҙәр алына. Иглин районынан умартасылар 620 килограмм бал бирҙе. Бер эшҡыуар 100 данаға яҡын йылы эске кейем алып килде. Тағы ла ошондай эшҡыуарҙар булыр. Бер апай ирекмән рәүешендә ярҙам итергә теләк белдерҙе. Бына шундай битараф булмаған яҡташтарыбыҙ күп, – тине Алмас Юлбарисов.

Белеүебеҙсә, 20 декабрҙә махсус хәрби операция урынына юлға сыҡҡан Салауат Юлаев исемендәге батальон тәғәйен урынға барып еткән.   

– Беҙ уларға, үҙ бурысын үтәп, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Улар бик яҡшы хәрби әҙерлек үтте, бының өсөн Росгвардия етәксеһе Виктор Васильевич Золотовҡа ҙур рәхмәт. Республика Хөкүмәте был батальонға артабан ярҙам күрһәтеүҙе, матди-техник тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә ала, – тине Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ кәңәшмәһендә.

Салауат Юлаев исемендәге батальондың Стәрлетамаҡ, Ишембай, Сибай ҡалаларында, Белорет районының Сермән ауылында һәм Салауат районының Малаяҙ ауылында вәкиллектәре асылғас, Сермән ауылы хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов менән бәйләнешкә инеп, “Һеҙ ниңә Сермәндә пункт асырға ҡарар иттегеҙ?” тип һораным.

– Ошо йүнәлештә эш башланғас, ойоштороусылар менән һөйләшеп, үҙебеҙҙә пункт асырға тәҡдим иттем. Егеттәребеҙ төрлө частарға тырым-тырағай киткәнсе, бер батальонда хеҙмәт итһә, яҡшыраҡ, тип уйлайым. Бер-береһенә терәк булырҙар. Пунктта барлыҡ шарттар бар, – тине Айытбай Зәбир улы.

Ысынлап та, Ватан яҙмышына битараф булмаған ир-егеттәребеҙҙең хәрби операциянан ситтә ҡалмаясағы билдәле ине, шуға ла Айытбай Әйүповтың фекере дөрөҫлөгөн махсус хәрби операцияла булған яҡташыбыҙ ҙа раҫланы.

– Яҡташлыҡ алғы һыҙыҡта, окопта ҙур роль уйнай. Алышта кешеләр бөтөнләй башҡа төрлө, үҙ-ара ярҙам ҡулы һуҙырға, үҙҙәрен ҡорбан итергә һәм һуңғы телем икмәген бирергә әҙер. Хатта һәр кем алданыраҡ ярҙам итеп өлгөрөргә ынтыла.

Ҡалмыҡтарҙың һәм тываларҙың үҙ частары бар ине. Бер-береһенә тянып, бер-береһенә ярҙам иттеләр. Хәрби тәжрибәһе булғандар алыш барышында уларға үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында һөйләне. Статистика шуны күрһәтә: уларҙың бер генә юғалтыуы ла юҡ! – тип фекер уртаҡлашты махсус операцияла ҡатнашҡан бер егет.

Эйе, халҡыбыҙ Рәсәйгә хәүеф янағанда һәр саҡ дәррәү яуға күтәрелгән, бөгөн дә беҙ ошо хәлде күҙәтәбеҙ. Махсус хәрби операцияға киткәндәр араһында республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та бар.

– Беҙ тәүге тапҡыр һалдаттарыбыҙҙы Совет майҙанынан махсус хәрби операцияға оҙатабыҙ, Азат Шамил улының унда Шайморатов исемендәге ирекле батальон ротаһына замполит булып барыуы символик мәғәнәгә эйә. Был уның теләге ине. Әйләнеп ҡайтҡас, беҙҙең яугирҙәр генерал Шәйморатов һәйкәленә киләсәк. Был урын изге, уның оло тарихы бар. Бында 1942 йылдың мартында Миңлеғәле Шәйморатов республика етәкселегенә һуғышсыларҙы фронтҡа ебәрергә әҙер булыуҙары тураһында хәбәр итә. Ә бөгөн беҙҙең өсөн егеттәребеҙҙең унан иҫән-һау ҡайтыуы бик мөһим, – тине Радий Фәрит улы оҙатҡанда.

– Махсус хәрби операцияға үҙ теләгем менән барырға ҡарар иттем. Беҙҙе еңеү менән көтөгөҙ, – тине Азат Бадранов хушлашҡан саҡта.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙиловтың махсус хәрби операцияға китеүе күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Ул иһә был ҡарарын, конституцион бурысы һәм йөрәк ҡушыуы, тип аңлатты.

– Атайым Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Мин дә бөгөн ситтә ҡала алмайым. Был – минең конституцион бурысым, ул мине Ватанды һаҡларға, ил мәнфәғәттәрен яҡларға саҡыра. Мин – запастағы офицер, өлкән лейтенант һәм алғы һыҙыҡта булырға тейешмен, – тине ул.

Һуғыш – уйын эш түгел, ошолай үҙ теләктәре менән Тыуған илебеҙҙе яҡларға, яңынан баш ҡалҡытҡан нацизмды юҡ итергә киткән ир-егеттәребеҙ – бөгөнгө заман батырҙары. Улар "Йыл батырҙары" номинацияһына лайыҡ. Беҙ улар алдында баш эйәбеҙ һәм бөтәһенең дә иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ.

Фото: vk.com, "Башинформ".

ЙЫЛ ГЕРОЙҘАРЫ: Һеҙ бөтәгеҙ ҙә батырҙар!
ЙЫЛ ГЕРОЙҘАРЫ: Һеҙ бөтәгеҙ ҙә батырҙар!
ЙЫЛ ГЕРОЙҘАРЫ: Һеҙ бөтәгеҙ ҙә батырҙар!
ЙЫЛ ГЕРОЙҘАРЫ: Һеҙ бөтәгеҙ ҙә батырҙар!
ЙЫЛ ГЕРОЙҘАРЫ: Һеҙ бөтәгеҙ ҙә батырҙар!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: