Рәсүл СӘҒИТОВ, журналист, яҙыусы, запастағы лейтенант:
— Бөгөнгө ҡануниәт күҙлегенән ҡарағанда, әрмелә хеҙмәт итеү кәрәк, әлбиттә. Закон ҡуша икән, быны мотлаҡ үтәргә тейешбеҙ. Ә инде бының нисек булырға тейешлеге — икенсе мәсьәлә. Йәмғиәттә төрлө фекер йөрөй: тулыһынса хуплауҙан алып бөтөнләй инҡар итеүгә тиклем. Төптән уйлап ҡарағанда, уларҙың һәр береһе хаҡлы кеүек. Совет заманында хәрби бурысты атҡарыуҙы йөкләмә тип ҡабул итмәнек, быны бик теләп, хатта ашҡынып башҡарҙыҡ. Хәрби комиссариаттан ҡағыҙ көтөп йөрөүҙең, аҙаҡ оҙатылып сығып китеүҙең ниндәй тулҡынландырғыс, йөрәктәрҙе елкендергес бер мәл икәнен тиҫтерҙәремдең бөтәһе лә раҫлар, моғайын.
Ир-ат бергә йыйылған мәлдә ирекһеҙҙән әрме темаһына төшөп китәбеҙ. Мин ике йыл Байкал аръяғында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, БДУ-ла хәрби кафедрала уҡыным. Ирек һулап та туймаған көйө семестр һайын ике аҙна буйы иртәнге 8-ҙән киске 8-гәсә биш уставты "кимереү" електе һурҙы. 4-се курстан һуң яңынан хеҙмәткә саҡырҙылар. Ырымбур далаларында сборҙа булдыҡ. Сер итеп кенә әйтәм: хәрби хеҙмәт әле булһа төшөмә инә. Имеш, өсөнсөгә барғанмын. Запаста һаналасаҡмын әле. Ил саҡырһа, мин гел әҙер!
Һалдат ғәләмәт йор һүҙле бит ул: көҙгө көндәй эс бошорғос тормошон да яҙғы тамсылар тыпылдауына әйләндереп ебәрә.
Фотолар Рәсүл Сәғитовтың шәхси архивынан алынды.