2023 йылдың 6 февралендә Төркиәнең көньяғында теркәлгән ер тетрәү бар донъяны шаңҡытты. Оло һәләкәт 45 мең кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Башҡортостан Рәсәйҙең Төркиәгә ҡотҡарыусылар ебәргән тәүге төбәге булды. Ер тетрәү һөҙөмтәһендә зыян күреүселәргә ярҙам итеү өсөн Башҡортостандан 25 ҡотҡарыусы оҙатылды. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусыһы Азамат Ҡоломбәтов та бар ине.
– Азамат, Төркиәләге хәлдәрҙең барышы хаҡында һөйләп үтегеҙ әле?
– Фажиғә урынына килеп төшкәс, емереклектәрҙең күплеге хайран ҡалдырҙы. Тәбиғәттең ни тиклем ҡеүәтле һәм көслө булыуын үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙҙыр. Был хис-тойғоларҙы еңеп, башыбыҙҙы баҫып, эшкә тотондоҡ. Барыуыбыҙҙың икенсе көнөнә бер ғаиләне – ирен, ҡатынын һәм улын тере килеш таптыҡ. Был беҙгә артабан тырышып эшләргә ышаныс һәм ҡеүәтле этәргес бирҙе. Һәр емеректе эҙләү, ҡаҙыу, һаҡ ҡына соҡоуҙан ғибәрәт ине беҙҙең эш. Беҙ ҡуптарылған ерҙәрҙе таҙалап, перфоратор менән инергә урындар быраулап бушлыҡ булған урындарҙа кешеләр юҡмы икәнен ҡарап бик һаҡ ҡына эш иттек. Төрөк коллегаларыбыҙҙың емереклектәр араһына уйылып төшөп киткән осраҡ та булған. Бәхеткә күрә, яндарында башҡа ҡотҡарыусылар булып, иҫән ҡалғандар. Шуға күрә бындай ғәмәл команда менән бергә эшләүҙе талап итә. Әйткәндәй, ҡотҡарылған ғаиләнең туғандары көн дауамында яныбыҙҙан китмәне, изге хәбәрҙәр көттө, яҡындарының ҡайҙалығын аңлатты. Аҙаҡ килеп, беҙгә ҙур рәхмәт әйттеләр.
– Һеҙ Төркиәләге хеҙмәттәштәрегеҙ менән бергәләп эшләнегеҙме?
– Урындағы ҡотҡарыусылар менән бик тығыҙ эшләнек, төрөк коллегаларға ярҙам иттек. Беҙҙең тел барьеры булды. Ә улар зыян күреүселәр менән туранан-тура һөйләште, тиҙ арала ниндәй ҡорал килтерергә кәрәклеген әйтә алды. Миңә урындағы халыҡ менән аралашырға башҡорт булыуым ярҙам итте. Беҙҙең телдәр оҡшаш. Урыҫ телен белгән төрөк тә осраны. Баҡһаң, ул ҡасандыр Рәсәйҙә эшләп киткән. Шулай уҡ беҙҙең егеттәр араһында ла төрөк телен белгән ҡотҡарыусы булды. Ул юғары уҡыу йортонда уҡыған йылдарында дөйөм ятаҡта төрөк студенттары менән бер бүлмәлә йәшәгән икән. Телде өйрәнгәне йылдар үткәс кәрәк булды. Күп осраҡта күҙ ҡарашы, ым-ишаралар менән дә аңлаштыҡ. Экскаваторға ниндәй тәрәнлектә ҡаҙырға йәки нимәлер күтәрергә кәрәклеген һәм башҡалар. Өйөмдәрҙе һүткәндә туҙан күтәрелә һәм бер нәмә лә күренмәй, шуға күрә йыш ҡына рация аша бәйләнеш тоторға тура килде. Ҡыҫҡаһы, берҙәм көс менән ҡуйылған бурысты үтәй алдыҡ.
– Тағы берәйһен ҡотҡара алдығыҙмы?
– Дүртенсе көнгә тағы ике иҫән ҡалған кешене беҙҙең Торин ҡушаматлы этебеҙ тапты. Ә алтынсы көндө 25-30 йәштәр тирәһендәге ҡатынды таптыҡ. Уны ауыр хәлдә дауаханаға оҙаттыҡ.
– Урындағы халыҡ фажиғәне нисек кисерә? Белеүебеҙсә, һеҙҙе бик йылы ҡаршы алып, оҙатып ҡалдылар. Был хаҡта социаль селтәрҙә таралған видео ла һөйләй.
– Уларға, һис шикһеҙ, ныҡ ауыр – ҡорбандар һәм емереклектәр бик күп. Әммә тәүге көндәрҙә бер нимәгә лә иғтибар итмәй мөмкин тиклем күберәк ғүмерҙе һаҡлап ҡалыу менән мәшғүл булдыҡ. Кешеләр емерелгән йорттарынан табып сығарылған яҡындарының фотоларын, Ҡөрьән биттәрен рәхмәтле булып ҡабул иткәндәрен күрҙек. Урындағы халыҡ бик ихлас һәм оло йөрәкле. Бик күп ирекмәндәр килде – улар ҡотҡарыусыларҙың ваҡытында ашауын хәстәрләне, беҙгә сәй әҙерләп бирҙе. Рәсәйҙән, Башҡортостандан икәнлегебеҙҙе белгәс, беҙҙең менән бик йылы аралаштылар.
Урындағы халыҡ беҙгә сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. Йыш ҡына уның нимә һөйләүен аңламайһың, әммә тауышынан, йылмайыуынан, ҡарашынан килгән рәхмәт энергияһын тояһың. Ҡайтышлай, Истанбулға килгәс, ҡотҡарыусылар килеүен күреп, кешеләр тороп алҡышланы.
Республикабыҙға айырым рәхмәт әйткем килә. Социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрегеҙҙе һәм комментарийҙарығыҙҙы ҡарап сыҡтыҡ. Башҡортостан Республикаһының Төркиәләге вәкиле Марат Танһыҡҡужинға ҙур рәхмәт. Ул беҙҙе ҡаршы алды, беҙҙең өсөн тәржемәсе булды, кәрәкле әйберҙәр менән ярҙам итте. Бындай ярҙам менән эшләү күпкә еңелерәк. Быларҙың барыһы ла беҙгә артабан эшләргә көс һәм ныҡышмалылыҡ өҫтәне.
– Һеҙгә ҡурҡыныс булманымы?
– Эҙләнеү эштәренән һуң тәүге төндө базаға әйләнеп ҡайтҡас, ер һелкенеүен 3,7 балл менән тойҙоҡ. Һәм шулай аҙна дауамында Ер көнөнә биш-алты тапҡыр һелкенеп ҡуя ине. Ул бер нисә секунд ҡына дауам итә, әммә аяҡ аҫтындағы ерҙең тотороҡһоҙ булыуы һиҙелә. Был, әлбиттә, уңайһыҙлыҡ тойғоһо тыуҙыра, һәр ваҡыт хәүеф аҫтында йөрөйһөң. Урындағы халыҡ бер ни тиклем өйрәнеп тә бөткән ине, сөнки уларҙа алдан да ҡыҫҡа ваҡытлы ер һелкенеүҙәр булып алған.
Көслө ер тетрәү йәнә ҡабатланыуы ихтимал, тигән фараздар булғайны, әлбиттә. Ни хәл итәһең, беҙ шундай шарттарҙа йәшәнек. Йәшермәйем, үҙебеҙ ҙә тотҡонлоҡта ҡалып ҡуймайыҡ тип бер аҙ шомландыра ла ине.
Иң ауыры – үлем менән осрашыу. Емереклектәр аҫтында ҡалған туғандарын көтөүселәр йорт урынынан китмәй, төндә усаҡ яғып беҙҙең ҡотҡарыуҙы көттө. Шул тиклем күп үлеүселәрҙе күреү ҡот осҡос. Бер нисә көн үткәндән һуң мәйет еҫенә ҡарап эҙләй башланыҡ. Ул еҫ кейемдәребеҙгә лә һеңде. Шулай ҙа беҙҙең һөнәр ныҡлы рухлы булыуҙы талап итә. Ни тиклем хәүефле булһа ла, үҙеңде ҡулға алып эшеңде башҡараһың. Емеректәр араһында ҡалыуы бигерәк тә ҡурҡыныс. Ундай ҙур һәләкәттәр менән беренсе тапҡыр эш иттем. Көнөнә әллә нисә тиҫтә мәйет сығарҙыҡ. Ундай бәлә-ҡазалар башҡа бер ерҙә лә ҡабатланмаһын ине.
– Әңгәмәгеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Бындай афәттең һуңғыһы булыуын теләйек.
БЕЛЕШМӘ
Азамат Ишмулла улы Ҡоломбәтов Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан. Сибай педагогия колледжында уҡып йөрөгән сағында әрмегә алына. Ульяновск ҡалаһында II дәрәжә Кутузов орденлы 31-се айырым гвардия десант-штурмлау бригадаһында хеҙмәт юлын үтә. Гвардия сержанты. Армия хеҙмәтенән һуң уҡыуын дауам итә. Ҡулына диплом алғас, Сибай зона эҙләү-ҡотҡарыу отрядына эшкә урынлаша. Водолаз һөнәрен үҙләштерә. Өс йыл элек ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килә. Үҙ һөнәрен әленән-әле камиллаштырып торған ҡотҡарыусы күптән түгел Өфө төбәк эҙләү-ҡотҡарыу базаһында парашютһыҙ десантлау буйынса махсус курстар үткән.
- Рүзилә ИҪӘНБАЕВА