Мәғлүм булыуынса, әле республикала доброволецтарҙан торған тағы ике батальон төҙөлә. Унда 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе йыялар. Яңыраҡ “Ватан” отряды штабы етәкселеге лә ирекмәндәр һәм әүҙемселәр менән осрашып, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Бында тупланған ир-егеттәрҙең маҡсаты бер – Ватанды һаҡлау өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыу. Улар республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан – Учалы, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Нефтекама, Өфө һәм башҡалар.
Әйтергә кәрәк, отрядҡа рухлы, ил яҙмышы өсөн борсолған ир-уҙамандар йыйылған. Уларҙың ныҡлы ҡарарға килгәнен эске тойомлау менән аңларға була. Ил һаҡларға китергә йыйынған егеттәр күп һөйләргә, үҙҙәрен күрһәтергә яратмай. Уларҙың йөҙөнә ҡарап ҡына ла ҡарарҙарының етди икәнен аңлайһың.
“Ватан” отряды командиры “Самурай” ҡушаматы менән йөрөй. Ул бында килгән ирекмәндәргә асыҡ һәм ябай итеп алға ҡуйылған маҡсаттар, отрядтағы тәртип тураһында һөйләне.
– Беҙҙең барасаҡ урыныбыҙ билдәле, унда көтәләр. Артиллерия бригадаһына барабыҙ. Кейемгә килгәндә, Башҡортостан үҙенең яугирҙәрен тулыһынса тәьмин итә. Оборона министрлығы ла миҙгел буйынса кейем, бронежилет, каска кеүек әйберҙәр бирә. Тәғәйен урынға барғас, контракт төҙөйбөҙ. Мин унда ла һеҙҙең менән буласаҡмын. Отрядта тәртип ҡаты, был – һеҙҙең хәүефһеҙлек маҡсатында ҡуйылған талап. Мин үҙем яугир-командир, штабта ултырмайым, – тине ул яуға китергә теләгәндәргә.
Форсаттан файҙаланып, доброволецтар менән аралаштыҡ. Ҡырмыҫҡалы районынан килгән ирҙәрҙең береһенә 49 йәш. Ул йәш сағында Днестр буйында хеҙмәт иткән, армиянан һуң милицияла эшләгән. 2005 йылда Чечен Республикаһына хәрби командировкаға барып, конституцион тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан. “Ауылда йәшәйем. “Ватан” отряды тураһында “Самурай”ҙан ишеттем һәм үҙем дә махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар иттем”, – ти ул.
“Моряк” ҡушаматлы доброволец - Өфө районынан.
– Зубов ауылында йәшәйем. Егеттәребеҙгә ярҙам итер өсөн махсус хәрби операцияға барырға ҡарар ҡылдым. Минең күп иптәштәрем алғы һыҙыҡта. “Ватан” отряды тураһында телевизорҙан ишеттем. Дошмандан ҡурҡмайбыҙ, улар беҙҙән ҡурҡһын. Мин хәрби хеҙмәтте Севастополь ҡалаһында Хәрби-диңгеҙ флотында үттем, – ти ул.
Туймазынан 46 йәшлек ир төҙөлөш тармағында эшләй. Махсус хәрби операцияға доброволецтар йыйыуҙары хаҡында интернет аша белгәс тә улар сафына яҙылған. “Төньяҡ Кавказ хәрби округында һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Әле кейәүем, дуҫтарым махсус хәрби операцияла ҡатнаша”, – тине ул.
“Иҫән” ҡушаматлы егет сығышы менән Ейәнсура районынан.
– Мин Доставалов исемендәге батальонда булдым. Күп егеттәр менән танышмын. Луганскиҙа, Запорожьела бергә булдыҡ. Февралдең башында контракт ваҡыты бөттө, ялда булдым. Әле егеттәр менән һөйләшеп, бында килдек. Миңә 27 йәш. Ғаиләм бар, ике бала атаһымын, улар мине көтә. Тыуған илде яҡларға кәрәк бит, шуға тағы ла юлға сығырға торам, – тип фекере менән уртаҡлашты ул.
Өфө ҡалаһынан “Студент” икенсе тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә йыйына. Тәүге контрактты йәйгеһен төҙөгән булған.
– Командирым “Самурай”ҙы һәйбәт беләм. Ул үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте – яуаплы, ысын хәрби дуҫ, иптәш. “Ватан” отряды тупланғанға бик шатмын, уның менән теләп китәм. Хәрби хеҙмәтте һайланым, был – минең өсөнсө контракт: беренсеһе тыныс ваҡытҡа тура килде, ә икенсеһе – хәрби осорға. Ғаилә ҡормағанмын, әммә атай-әсәйем, яратҡан ҡыҙым, этем бар, улар мине көтә. Илемә тоғро булғанға бөгөн бындамын, – тине “Студент”.
Октябрьский ҡалаһынан “Кочевник” икенсе командировкаға йыйына. Уға 38 йәш. Быға тиклем төҙөлөштә эшләгән. Һөнәре буйынса хәрби офицер, Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлаған. “Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итергә кәрәк”, – ти ул.
Тағы ла бер яугир Өфө ҡалаһынан булып сыҡты. Уға тиҙҙән 50 йәш тула, был уның алтынсы командировкаһы буласаҡ. Ул яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Батырлыҡ ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм “Суворов” миҙалдары, “Намыҫ һәм дан” билдәһе менән бүләкләнгән.
– Мин 1995, 1998 йылдарҙа Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иттем, 2019 йылда “Вагнер” шәхси хәрби компанияһы составында Сүриәлә, Пальмирҙа командировкала булдым. Унан ҡайтҡас, Донецк Халыҡ Республикаһындағы 15-се доброволецтар отряды составында һуғыштым. Яраланғандан һуң тағы ла Донецкка барҙым, “Восток”ка индем. Тағы ла яраландым. Һуңынан Алыҫ Көнсығыштан, “Тигр” отрядының диңгеҙ пехотаһы бригадаһы составында махсус хәрби операцияла ҡатнаштым. Хәҙер “Ватан” отряды менән юлға сығырға йыйынам, – тине “Сумра”.
– Минең өсөн дә был беренсе командировка түгел. Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнаштым. “Батырлыҡ өсөн” миҙалым бар. Сығышым менән Бүздәк районынан, инде 30 йылдан ашыу Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәйем. Армияла хеҙмәт иттем, аҙаҡ милицияның йыйылма отряды менән Төньяҡ Кавказда командировкала булдым. Хәрби тәжрибәм бар. Махсус хәрби операцияға тәүге тапҡыр юлланам. Күптән хәл иткәнмен инде. Ғаиләм, Ватанды яҡларға киткәс, аңлап ҡабул итте. Бөтәһе лә яҡшы булыр, еңеп ҡайтырбыҙ, – тине “Саян” ҡушаматлы доброволец.
Әйткәндәй, “Саян” Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Маҡтау грамотаһы, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Шулай итеп, “Ватан” отряды менән китергә йыйынғандар араһында хәрби хәрәкәттәр ветерандары, запастағы офицерҙар, тәртип һаҡлау органдарында эшләп киткән тәжрибәле ир-егеттәр бихисап. Отряд командиры белдереүенсә, тәжрибәле яугирҙәр составтың 98-99 процентын тәшкил итә.
“САМУРАЙ”, “Ватан” отряды командиры:
– Беҙҙең маҡсат – еңеп ҡайтырға. Үҙебеҙҙең яугирҙәргә лә ошондай маҡсат ҡуям. Башҡа батальондарҙан айырмабыҙ шунда: отрядҡа Алыҫ Көнсығыштан Калининградҡа тиклем мине белгән, элекке хәрби низағтарҙа бергә һуғышҡан яугирҙәр йыйыла. Бөтәһе 80 кеше буласаҡ. Беҙҙе көтөп торалар. Шулай уҡ башҡа батальондар менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, кемдәрҙер ниндәйҙер сәбәп менән тура килмәһә, теләктәре булған кешеләрҙе Даян Мурзин исемендәге, “Төньяҡ амурҙары” доброволецтар отрядтарына йүнәлтәбеҙ. Теләүселәр күп, көн һайын шылтыраталар. Бер-ике көн элек 64 йәшлек ҡатын-ҡыҙ: “Мине “Ватан” отрядына алығыҙ әле”, – тип мөрәжәғәт итте. Уның улы махсус хәрби операцияла һәләк булған икән. Аллаға шөкөр, башҡорт халҡында яугирлек рухы бөтмәгән – шуға һөйөнәм. Башҡорт – батыр халыҡ, үҙ-үҙен яҡлай алғанға ла һаҡланып ҡалғанбыҙҙыр, тим. Үҙемдең яҡтан шуны белдерәм: яугирҙәрем иҫән-һау ҡайтһын өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын.
Илгиз СОЛТАНМОРАТОВ, "Башҡортостан энциклопедияһы" директоры:
– Миңлеғәле Шайморатов, Салауат Юлаев, Александр Доставалов исемдәрендәге батальондар үҙҙәрен бик яҡшы яҡтан күрһәтте, уларҙың көсөнә ихтыяж ҙур. Тәжрибәһе, ныҡлы ниәте булған, яҡшы йыһазландырылған, төбәк ярҙамы алған батальондарыбыҙ хәрби бурыстарын еренә еткереп үтәй. Фронтҡа яңы көстәр кәрәк. Ә йәмғиәтебеҙҙә еңеүгә өлөш индерергә теләүселәр бар. Уларға бына ошондай батальондар шул мөмкинлекте бирә.
Автор фотоһы.