Махсус операция биләмәһенән юлъяҙма
Мөнир ҠУНАФИН
Таң менән сыҡтыҡ юлға. Өс машина, туғыҙ кеше. Мин Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов менән бер машинаға тура килдем, рулдә – Валера. Бөгөн Волгоградты үтеп, шул тирәлә ҡунып, иртәгә төштән һуң, ике меңгә яҡын саҡрым ара уҙып, Луганск өлкәһенә барып етергә тейешбеҙ.
Тәүге көн Башҡортостан сигендә беҙҙе өс шәп ағай ҡаршы алды. Октябрьский ҡалаһынан улар, хәрби хеҙмәттә ғүмерҙәре үткән Афған һуғышы ветерандары Сергей менән Василий, шулай уҡ “морпех” Альберт менән кафела сәй эскәндә һөйләштек. Улар беҙгә “иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ” тип ағайҙарса фатихаларын бирҙе. Оҙон һәм хәүефле юлға сыҡҡанда был бик тә мөһим икәнен белә инек, теге яҡта йөрөгәндә бигерәк тә аңланыҡ. Был юлъяҙмамда “аңланыҡ” һүҙен йыш ҡулланасаҡмын, сөнки сәфәребеҙҙең төп маҡсаты ла – махсус хәрби операция биләмәһендә ниҙәр барғанын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп аңларға, белергә һәм дөрөҫ мәғлүмәтте уҡыусыға еткереү ҙә. Афғансы-ағайҙарҙың йөҙҙәре үтә етди булыуы күңелгә хәүеф тә һалды.
– Һеҙ һуғышҡа, ысын һуғышҡа бараһығыҙ, ҡунаҡҡа түгел, – тине Сергей.
– Һаҡланып, бер-берегеҙҙе ҡарап ҡына йөрөгөҙ. – Һуғыш ул ҡайҙа ла бер, – тип ҡушыла уға Василий, уның йөҙөндәге оло яраһы һикереп киткәндәй тойола. – Уның күренмәгән һыу аҫты ағымы шул тиклем әшәке һәм аҫтыртын. Ниндәй һуғышта ла ул тактика үҙгәрмәй, дошмандың бар уйы – алдаҡ юл менән булһа ла аңғармаҫтан һине аяҡтан йығыу, үлтереү.
“Ҡурҡытмағыҙ әле, ағайҙар”, – тип әйткем килә лә, тик уларҙың үтә лә етди йөҙҙәре уйланырға мәжбүр итә. Улар үтә лә мөһим ике кәңәш бирҙе: унда кеше ҡулынан ашамаҫҡа, эсмәҫкә. Ышандырыр өсөн дәлилле миҫал да килтерергә онотмайҙар: 90 йәшлек әбей “улдарым, үҙем бешерҙем”, тип беҙҙең һалдаттарға бер нисә бәлеш һонған. Ашағандар, ике һалдат ағыуланған. 90 йәшлек ҡарсыҡ? Әкиәттер...
Ике көндән, батальондарҙа һалдаттар менән аралашҡанда, бының раҫ булыуына ышана яҙасаҡмын... Оялмаҫҡа, ҡурҡмаҫҡа, күктән һыҙғырыу тауышы ишеттегеҙ икән, ергә ятырға, сәбәләнмәҫкә. Бәләкәй ярау мәшәҡәттәрен дә шунда юлда башҡарырға. Бер аҙым ситкә сыҡһағыҙ, шартлауығыҙ ихтимал... Артыҡ шаштырып ебәрҙе былар, тип уйлап ҡуям. Күрәләтә үлемгә алып бармаҫтар әле...
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто предприятиеһының генераль директоры Рәсүл Рәүеф улы Сәфәрғәлиев Матбуғат йорто алдында (беҙ унан ҡуҙғалдыҡ) оҙатып ҡалғайны. Баяғы Октябрьский ҡалаһы эргәһендәге кафе янында туҡтап, машинанан килеп сыҡһаҡ, үҙ күҙебеҙгә үҙебеҙ ышанмайбыҙ, начальнигыбыҙ бында тора. Түҙмәгән, үҙе рулдә республика сигенә тиклем килеп еткән. Бөгөн Өфөлә Матбуғат байрамы үтә, кире әйләнеп өлгөрәсәк, иртә әле, ҡояш саҡ көләс йөҙөн күрһәтте. Уның уйсан ҡарашынан атайҙарса хәстәрлек тоябыҙ. Ул һәр беребеҙҙе ҡосаҡлап, тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ, тип йылмая. Һағышлы йылмая.
Был сәфәрҙе ойошторғанда бик ныҡ ярҙамын тойҙоҡ, сәфәрҙең етдилеген дә, бурыстың мөһимлеген дә аңлап эш итте етәксебеҙ. Әйткәндәй, уның был аҙымы – 200 саҡрымлап ара үтеп оҙата килеүе рухыбыҙҙы ныҡ күтәрҙе, беҙ үҙебеҙҙең кәрәклекте аңлап, күңел йылыһы тойоп, алға ынтылдыҡ.
Һарытау һәм Һамар өлкәләрендә баштары шифер менән ҡапланған өйҙәр бер сама күңелде төшөрә бирҙе. Эленгән керҙәр, өй тәҙрәләренән күренгән гөлдәр бында кешеләр йәшәүен белдерә. Кәртәләре ауып барғандай... Һуңынан ошо юлдан ҡайтҡанда был өйҙәрҙең дә йылмайып ултырған төҫлө ҡәҙерле буласағын мин белмәйем әле.
Һарытауҙы үткәс, “буханка”лар, хәрби машиналар күбәйә башланы. Беҙҙең яҡтар тыныс икән әле, тип ҡуям.
– Минең ҡоҙа – улымдың ҡайныһы унда әле ул, быйыл яҙ китте, – тип ҡуйҙы Вәдүт. Уйланып килгәнмелер инде.
– Нисә йәштә һуң? – Ҡырҡ һигеҙ. Донъяһы иркен, эше күркәм, “Беҙ бармағас, кем бара һуң?!” тип китте лә барҙы. Иртәнән һуң улы армиянан ҡайта инде. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итте.
– Улы урынына үҙе киткән инде.
– Бәлки. Ҡайын миндеге алып кил, тигәйне, әллә осратып була, әллә юҡ. Алманым инде. Унда ла барҙыр әле...
Иртәгәһенә ике меңгә яҡын саҡрым юл үтеп, Луганск өлкәһенә яҡынлашабыҙ. Блок-постарҙа документтарҙы ентекләп тикшереп, мәғлүмәттәрҙе компьютерға индерәләр. Ул яҡҡа табан әллә ни сират юҡ, ә инде Рәсәй яғына – һыу буйы. Һуңынан аңлатыуҙарынса, был яҡҡа табан ныҡ тикшерәләр. (Иҫтәлеккә патрон алып сығам тигәндә лә, блокпоста үткәрмәҫтәр, үҙеңә бер бәлә алып, тигәс, атылмаған пуляны яңынан һалдым. Онотолоп, сумка кеҫәһенә граната һалыусылар ҙа табылған, тип көлөп һөйләнеләр).
КПП-ны үткәс тә, тутығып бөткән тимерҙән торған стелалағы “Луганск Халыҡ Республикаһына рәхим итегеҙ!” тигән яҙыу беҙҙе бер аҙ дәртләндерҙе. Дебальцево, Антрацит тигән ҡалаларға күрһәткестәр күренә. Таныш исемдәр. Береһе ҡаты һуғыштары менән иҫтә ҡалған, икенсеһе – күмере менән. Юлда ике яҡтан ҡороған ағастар ҡаршы ала. Уны юл ситендә яндыралар. Ялҡындар хәтәр, бейеп-бейеп өҫкә ынтыла. Үтеп барған машинаны ялмап алыр кеүек. Күрәһең, юлды киңәйтергә уйлайҙар, ситендә ер тырнап йөрөгән экскаватор күренеп ҡалды. Шулай итеп, тура мәғәнәлә тәүҙән үк ут эсенә килеп индек.
Беренсе осраған ташландыҡ ҡына туҡталышта ап-аҡ хризантемалар тотҡан бер ҡатын автобус көтөп тора. Тирә-яғын сүп үләндәре баҫҡан туҡталыш һәм ап-аҡ сәскәләр тотҡан ҡатын. Ә беҙ ут эсенә инеп китеп барабыҙ. Изгегә юрайым, ап-аҡ сәскәләр – бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ. Икенсе туҡталышта ҙур итеп “шул-шул (ҡатын-ҡыҙ исеме) зинасы” тип яҙып киткәндәр.
– Һөйөш булғас, йәшәү бар, тимәк, – тип мыйыҡ аҫтынан йылмайған була Валера.
– Һөйөү булған ерҙә һуғышҡа урын юҡ, – тип тә өҫтәйек, – тип Вәдүт тә яуапһыҙ ҡалмай.
Киң дала башланды. Шул дала уртаһында ялтырап сиркәү ултыра. Уға барыр юл ҡайһы тирәнән, аңлашылмай ҙа, күренмәй ҙә. Бар яландарҙы һары мәтрүшкә баҫҡан, бар донъя һап-һары. Һап-һары донъяла алтын төҫтәге сиркәү манараһы тирә-яҡҡа нур сәсә. Шулай уҡ илаһи күренеш.
Красный Луч ҡалаһына ҡәҙәр бер ниндәй ауыл-фәлән осраманы тиерлек. Бер генә урында юл ситендә еләк һатҡан өс ҡатын күренде, беҙ туҡтарға уйламаныҡ та, беләбеҙ: еләк ашап имгәк булыр хәл юҡ. Егермеләп баш мал көтөүе күҙгә салынды. Аҙым һайын хәрби машиналар, уларҙың күбеһе йәшерен селтәр менән ҡапланған. Күңелдәргә шом ингәндән-инә. Көн эҫе. Ҡалаға килеп инеү менән һайлауға ҡағылышлы плакаттар ҡаршы ала. Шуныһы ҡыҙыҡ, элекке совет заманындағы машиналарҙың күплеге хайран итә. “Волга”, “копейка”, “шестерка”, “Урал” матайы...
Заправка янына туҡтайбыҙ. Бензин бында ҡыйбат икән, 95 сортлыһы – 59 һум. Беҙҙәгенән туғыҙ һумға ҡыйбатыраҡ. Беҙҙе ҡаршы аласаҡ Азамат Сәфәрғәли улы Иҙрисов менән Илдар Камил улы Ғиззәтуллинды ошонда көтөп торабыҙ. Бер нисә минуттан килеп тә еттеләр.
Йәндән ҡәҙерле туғандарҙы күргәндәй ихлас ҡосаҡлашып күрештек. Бында шундай ғәҙәт: һәр яҡташ, ул ябай һалдатмы, әллә ҙур командирмы, хәҙрәт йә премьермы, күрешә лә ҡосаҡлап ала. Оло мәғәнә бында – беҙ һинең менән бер юлда, бер сафта, беҙ һинең менән иңгә-иң терәшеп бергә барабыҙ, кәрәк икән, мин һинең өсөн... Шуға күрә һәр урында яҡташтарыбыҙ янында ғына түгел, ә рухташтарыбыҙ, туғандарыбыҙ менән күрешеп ҡосаҡлаштыҡ, бер табында, бер яу ҡырында әңгәмә ҡорҙоҡ, эс-бауырҙарыбыҙҙы бушаттыҡ, ҡайғы-шатлыҡтарҙы уртаҡлаштыҡ.
Ҡуҙғалдыҡ. Ҡала тормошо менән йәшәй, үҙенсә гөрләп тора. Кемдер ҡайҙалыр ашыға, кемдәрҙер һөйләшеп тора, эш менән була. Һис кенә махсус операция барған биләмә, тип уйламаҫһың. Шулай ҙа һоро, күңелдә шик уятыр бер төҫ бар бында. Шымып ҡалған өйҙәрҙәме, һаҡ ҡына атлаған кешеләрҙең хәрәкәтендәме, иҫке машиналарҙың гөрһөлдәп ишетелгән тауышындамы... Нисектер тормош туҡтап торған да яйлап ҡына хәрәкәткә килә башлаған кеүек. Аңламаҫһың.
Бер мәл... ҡала уртаһында емерек ҙур йорт күҙгә ташланды. Барыбыҙ ҙа һиҫкәнеп киттек. Теге ҡунаҡхана. Ҡарайып, йәмһеҙ һәм йәнһеҙ булып ултыра. Үткән йыл 24 июлдә был урынды Украина хәрбиҙәре M142 HIMARS америка ракеталары менән утҡа тота. Артиллеристар билдәләүенсә, был киҫкен утсыҡтар 83,6 саҡрым алыҫлыҡтан, Бахмут ҡалаһынан, ебәрелгән. Совет заманында эшләгән ҡунаҡхана ныҡлы булып сыҡҡан, күрәһең, емерелеп таралып төшмәгән. Уның янындағы тиҫтәнән ашыу объект, йорттар ныҡлы зыян күргән.
Тыныс тормошта йәшәп ятҡан ҡалаға нимә тип атырға?! Күрәһең, ҡунаҡханала хәрбиҙәр йә башҡалар булған, шуға тоҫҡанылармы икән? Моғайын, урындағы берәй диверсант координаттар менән шундай хәбәр ебәргәндер. Шуныһы ҡыҙыҡ, тап шул көндә БЮТ журналисы Азат Саҙриев үҙенең юлдаштары менән ошо ҡунаҡханаға урынлашырға тейеш булған, тик Башҡортостанға юлланған урындағы балалар хаҡында репортаж эшләргә китеүҙәре генә уларҙы ҡотҡарып ҡала.
– Китеүебеҙ ҙә булды, “бум” – шартлау тауышы, нисектер беҙҙе Хоҙай һаҡлап ҡалды, – тип әйтәсәк был турала кискеһен осрашҡанда Азат. Улар инде бында айға яҡын эшләй, беҙ ҡайтып киткәндә лә ҡалдылар әле.
– Телефонығыҙҙа Рәсәй номерҙарын бөтөнләй ҡулланмағыҙ. Һәр саҡ самолет режимында йөрөһөн. Бер урында бер нисә Рәсәй номеры тоҡанһа, вышкалар эшләй башлай һәм – бум! – шунда ракета осасаҡ, – тип тә иҫкәртте коллегабыҙ.
Һәм беҙ тыңланыҡ, башҡа сара ла юҡ, кемдең шартлап ятҡыһы килһен. Әлеге йәнһеҙ ҡунаҡхананың тупһаһында бер ҡарт менән ике ҡарсыҡ ултырып алған да гәп һата. Йәшлектәрен иҫкә алып ултырыуҙарымы. Был күренеш миңә ҡыҙыҡ тойолдо. Тормош дауам итә. Ҡунаҡхана янында баҙар, дарыухана күҙгә ташлана.
Төҙөлөш колледжының ятағына килеп урынлаштыҡ. Был беҙҙең база буласаҡ. Бер бүлмәлә 4-5 кеше. Коридор системаһы. Боронғо пружиналы карауаттар. 1967 йылда төҙөлгән бина, ул саҡта нисек булһа, бөгөн дә шул. Ҡат-ҡат буялған ишектәренә тиклем. Бәҙрәф ауылса тышта. Пластик тәҙрәләре генә заманса төҫ бирә бер аҙ. Кухня-фәләндәре юҡ. Коридор осонда ҙур йыуыныу бүлмәһе, душы ла шунда. Тик һыуҙы кис һүндереп ҡуялар.
Алдан уҡ, был һыуҙы эсә күрмәгеҙ, тип иҫкәрттеләр. Алдан белгәнгә күрә, Ростовтан күп итеп һатып алып, машинала ниндәй буш урын бар, шешәләрҙе тығып, һыу менән тултырғайныҡ. Бында эсәр һыуҙы һатып алалар. Эргәләге магазинда ҙур мискә бар ине, литры – ике һум.
Бындай торлағыбыҙға беҙ ихлас шатландыҡ. Юлға сығыр алдынан спальник, башҡа түшәк-яраҡты үҙебеҙ менән алғайныҡ, сөнки йәшәү-йоҡлау шарттары булмаҫҡа мөмкин, ҡайҙа тура килә – шунда төнәргә тура килеүе бар, тип тә иҫкәрткәйнеләр.
Был ятаҡта вайфай барлығын белгәс, тағы ла ҡыуандыҡ. Шуның аша ғына яҡындарыбыҙ менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Алғы һыҙыҡҡа киткәндә ике тәүлек беҙҙең яҡтан бер төрлө лә хәбәр булмағас, туғандарыбыҙ хафаға ла ҡалды. Әле мин был хаҡта еңелсә генә яҙып ултырһам да, хәләл ефеттәребеҙҙең, әсәйҙәрҙең, балаларҙың ниҙәр уйлап ниҙәр кисергәнен Хоҙай ғына белә инде. Ә яу яланында йылдар буйы йөрөгән егеттәрҙең яҡындарына нисек ҡыйын икәнен хәҙер мин дә бар йөрәгем менән аңлайым.
Шуныһын да өҫтәгем килә, колледж хеҙмәткәрҙәре, ундағы директорҙан Светлана Чернеганан алып ябай ҡарауылсы, вахтерҙарына тиклем барыһы ла беҙгә бик йылы мөнәсәбәттә булды. Светлана Михайловна: "Беҙ Башҡортостанды яратабыҙ. Һеҙҙең Президентығыҙ (Башлыҡ тип әйтмәксе инде) Радий Хәбиров беҙҙең Красный Лучта булғаны бар. Бик ярҙамсыл, эшлекле, көлөп-йылмайып торған етәксе", – тип хәбәр һалғас, беҙгә икеләтә ҡыуаныслы булды. Хатта һәр иртән ашханаға саҡырып һыйланылар ҙа. Беҙ баш тарта алманыҡ, уларҙың ихласлығына ышандыҡ. Һәм дөрөҫ эшләгәнбеҙҙер ҙә: “доширак”ҡа ҡарағанда ҡаҙанда бешкән туҡмас йә ҡарабойҙай, уға тағы ла май менән сыр ҡушылһа, күпкә шәберәк тә инде.
Беҙ уларға яуап итеп, үҙҙәренең һорауы буйынса өс ҡап, йәғни 15 дана аҡ ҡағыҙ алып бирҙек. “Әҙерәк ағас материалдары менән ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?”, – тип һорағастар (ҡайҙан табайыҡ инде унда таҡта-бурсаларҙы) ҡайтыр саҡта үҙебеҙҙән 50 мең һумға яҡын аҡса ҡалдырып киттек. Бик рәхмәтле булып ҡалдылар.
Азат Шамил улы әле алғы һыҙыҡта, кискә генә бәйләнешкә сығыр, тинеләр. Тимәк, ваҡыт бар.
Был сәфәргә беҙ ике айлап әҙерләндек. Ойоштороу эштәре, инструктаж үтеү ғәмәлдәре, Рәсәйҙең Оборона министрлығы аша аккредитация алыу кеүек мәшәҡәттәр ваҡытты алды. Унан тыш, үҙеңде рухи йәһәттән әҙерләү ҙә бик мөһим бит. Үҙем өсөн мин сая батырыбыҙ Фәнис Хөсәйенов тураһында очерк яҙғас та хәл иткәйнем инде: нисек тә һалдаттарҙың окоп тормошон күреп, һуғыш яланынан репортаж эшләү, сөнки кемдеңдер һөйләүенән, кисерештәренән генә сығып ижад ителгән әҫәр-картиналар ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәҫкә мөмкин. Башҡорт үҙ күҙе менән күрмәйенсә ышанмай, тигәндәй. Ҡасандыр Илья Эренбург, Константин Симонов беҙҙең башҡорт дивизияһында булып, яугирҙәребеҙҙең ысын батырлығын һүрәтләгән кеүек минең дә, һалдаттар менән бергә дары еҫен еҫкәп, бер ҡаҙандан бутҡа ашағы килде.
Өләсәйем мәрхүмә булғас, 11-12 йәшемдә ике йыл олатайым менән икәү генә бергә йәшәү бәхете тейҙе. Ә олатайым Сафиулла Ғарифулла улы Ҡунафин Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һуғышҡан. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. Шул үҫмер сағымда олатайымдан “һуғышты һөйләтергә” ярата торғайным. Уның хәтирәләре мажаралы бер фильм кеүек ине ул саҡта. Тик ул ниңәлер фронтта булған хәлдәрҙән бигерәк, өләсәйем менән нисек танышыуы, нисек донъя көтөүҙәре хаҡында тәмләп һөйләй ине. Аңлашыла, өләсәйемде һағыныуы булғандыр.
– Шулай ҙа һин берәй немецты үлтерҙеңме? – тип ныҡышам, малайлыҡ иҫәрлеге менән. Олатайым, оҙаҡ ҡына тып-тын ултырғас, тура ғына яуап бирмәй, “һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, булма-ай” тип һуҙҙы.
Ә ысынында ул бик батыр булған бит, разведкаға ла йөрөгән, тел дә алып ҡайтҡан, Дон аша сыҡҡанда батып барған яуҙаштарын да ҡотҡарған. Һуңғараҡ, байрам хөрмәтенә кәйефләнеп алғанында, украин ауылындағы бер хәлде яңылыш һөйләп ысҡындырҙы ул.
– Кис украин ауылын алғайныҡ. Иртән яңынан немец килеп баҫты. Командир кисекмәҫтән китергә бойорҙо. Ғәжәп, өйҙән сығып китешләй, үҙем дә һиҙмәҫтән, соланда һөйәүле торған балтаны эләктергәнмен. Крәҫтиән ғәҙәте инде. Күптәребеҙ картуф баҡсаһы аша йүгерҙе. Ян-яҡта немец снарядтары ярыла, баш остарыбыҙҙан пулялар һыҙғыра башланы.
Ышыҡланырға маташып, һарай эргәһендәге бер ҡаралты эсенә йомолдом. Ярыҡтан тирә-йүнде күҙәтәм. Бер аҙ атыу тауыштары тынғас, сығып йүгерәйем тигәндә генә ни күрәм: ҡаралтыға әзмәүерҙәй бер немец килә. Ни булһа ла булыр тинем дә, балтаны ҡыҫҡан килеш тын ҡалдым. Мылтыҡтан атып тауыш сығарғы килмәне. Фашистың ишекте асып ебәреүе булды, тегенең маңлайына бөтә көсөмә һелтәндем. Тауыш та сығармайынса “гөрҫ” итеп ауып китте. Үҙем йәнтәслим баҡса аръяғына ҡарай ташландым…
Олатайым тыныс ҡына һөйләне был ваҡиғаны. Тулҡынланманы, шаштырманы, сәбәләнмәне. Аҙағында: “Ул немец бөгөн иҫән булһа, минең кеүек ейәндәренең күҙҙәренә ҡарап һөйөнөп ултырыр инеме икән?” – тип ҡуйҙы. Балта күтәрелмәһә, беҙ, һинең балаларың, был фани донъяға тыумаҫ инек, ҡәҙерле лә, ғәзиз дә олатайым...
Һуғыштың эсендә ҡайнаған яугирҙәр менән мин һәр саҡ осрашырға, уларҙың һөйләгәндәрен тыңларға яраттым, берәй хикәйәгә орлоҡ төшмәҫме, тип өмөтләндем. Ҡайһы бер эпизодтар әҫәрҙәремә ингеләп тә китте. Бик күп ветерандар хаҡында, афған, чечен утын үткәндәр тураһында ла яҙылды. Тик бер ҡасан да, үҙем яу яланында булырмын, беҙҙең быуынға ла һуғыш ялҡыны эләгер, йәндәрҙе көйҙөрөр, ҡорбандар килтерер, тип уйланғаным булманы бит. Сәйер...
(Дауамы бар).