Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Апрель , 14:00

”Яңы ғына өйләнешеп, өй төҙөй башлағайныҡ...”

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар хыялдарыбыҙ селпәрәмә килде, ти кисә аварияла һәләк булған Владиславтың кәләше...

”Яңы ғына өйләнешеп, өй төҙөй башлағайныҡ...”
”Яңы ғына өйләнешеп, өй төҙөй башлағайныҡ...”

Юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған бер егеттең кәләше UFA1.RU порталы менән әңгәмәләшкән. Ул ғаиләнең фажиғәне нисек кисереүҙәре һәм тормошта егеттең ниндәй булыуы тураһында һөйләгән.

Ҡыҙ әйтеүенсә, 22 йәшлек Владислав Б. “ВАЗ-2115”-нең водителе Илфат Ф. менән бала саҡтан дуҫ булған. Улар Владимир К. һәм Алексей А. менән мәктәп йылдарынан уҡ аралашҡан, бергә ял итергә яратҡандар.

Былтыр Владислав менән Дарья ғаилә ҡорғандар. Улар күп нәмә тураһында хыялланған, тик ҡот осҡос авария һөйгәненең ғүмерен өҙгән.  

– Влад изге күңелле кеше булды, барыһына ла ярҙам итә ине. Беҙ яңы ғына өйләнешкәйнек, өй төҙөй башланыҡ, балалар тураһында хыялланғайныҡ, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хыялдарыбыҙ селпәрәмә килде,  – тип һөйләгән Владиславтың тормош иптәше UFA1.RU порталына.

Шулай уҡ ҡыҙ һөйләүенсә, Владиславтың ата-әсәһе лә был хәлгә ышанмай. Дарьяның үҙенә лә егет бына-бына кире ҡайтып төшөр кеүек, әммә...

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә иртән Өфөнән сыҡҡан урында ҡот осҡос авария теркәлде. Юл-транспорт фажиғәһе тураһында тулыраҡ https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-04-19/ot-os-os-avariyala-bish-keshene-mere-ld-3734211 ошо һылтанма буйынса уҡый алаһығыҙ. Һуңғараҡ ҡорбандарҙың кем булыуҙары һәм руль артындағы егеттең водитель таныҡлығы булмауы тураһында https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-04-19/irt-men-n-f-l-avariyala-ber-yuly-bish-keshe-l-k-bul-ayny-3735676 хәбәр иткәйнек.

 

Фото: БР буйынса ЮХХДИ, социаль селтәрҙәр.

 

”Яңы ғына өйләнешеп, өй төҙөй башлағайныҡ...”
”Яңы ғына өйләнешеп, өй төҙөй башлағайныҡ...”
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: