“Башҡортостан” гәзите, көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылып, күптәрҙе борсоған темаларҙы әленән-әле яҡтыртып бара. Урман темаһы ла ситтә ҡалмай – даими рәүештә уға әйләнеп ҡайтыла: һөйләшеүҙәр ойошторабыҙ, бәхәстәр ҡорабыҙ, хаттар, белгестәрҙең фекерҙәрен баҫабыҙ.
Бөгөн урман проблемаһын яҡшы белгән, эшен ябай урмансынан башлап заманында министр вазифаһына тиклем барып еткән Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы Марат Мөхәмәт улы Ғәбитовты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.
– Марат Мөхәмәт улы, һеҙ – ысын мәғәнәһендә урман кешеһе. Бала сағығыҙ, үҫмер йылдарығыҙ шундай төбәктә үтеп, ғүмерегеҙҙе урмансы һөнәренә арнағанһығыҙ. Шуға ла уның проблемаларын, был эштән алыҫ торған кешегә күренмәгән сетерекле мәсьәләләрен төптән беләһегеҙ. Һөйләшеүҙе башлар алдынан, моғайын, тәүҙә уҡыусыны тормош юлығыҙ менән бер аҙ таныштырып үтерһегеҙ...
– Урманлы төбәк тигәндән, ысынлап та, тыуған яғым Учалы районының Илсеғол ауылы – бик матур яҡ. Башҡа тиҫтерҙәрем һымаҡ уҡ, мәктәптә унынсы класты бөттөм. Артабан Свердловск урман техник институтына уҡырға индем. Элек бит юғары уҡыу йортон тамамлағас, эшкә йүнәлтмә буйынса ебәрә торғайнылар. Мин Салауат районына киттем. 1970 йылда лесничий булып эш башланым, шунан директор вазифаһына үрләнем. Туғыҙ йыл эшләгәс, БАССР-ҙың урман хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. 1987 йылда урман хужалығы техникумы директоры итеп ҡуйҙылар.
Дүрт йыл эшләгәс, 1991 йылда, республиканың Юғары Советы Рәйесе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа саҡыртып алдылар. Ул күпме эшләүемде һораны ла: “Бына бит әҙер министр”, – тип мине ошо вазифаға тәҡдим итте. Шулай итеп, 1991–1994 йылдарҙа урман хужалығы министры вазифаһын башҡарҙым...
– Йәғни илдәге иң ҙур үҙгәрештәр осоро ошо заманға тура килгән. Был урманды һаҡлау, урман хужалығы эшендә нисек сағылды?
– Баҙар шарттарына күскән осор ҡыйын ваҡыт булды инде. 1990 йылға тиклем беҙҙең урман хужалығын төрлөсә үҙгәртеп ҡаранылар: берекмә иттеләр, концерн эшләнеләр. Донъяға яраҡлашып, заман менән бергә атлайым тип башҡарылды барыһы ла. 1966 йылда республика Урман хужалығы министрлығы ойошторолғайны, шунан бирле уны беренсе министр Марсель Хәбиб улы Абдулов утыҙ йылға яҡын етәкләне. Бик тәжрибәле, эшен белгән, яратып башҡарған етәксе булды.
Уны, пенсияға киткәс, мин алмаштырҙым. Ул саҡта концерн ине. Мортаза Ғөбәйҙулла улы министрлыҡты йәнә тергеҙергә кәрәклеген әйтте, сөнки исемен алмаштырып ҡына бер ни сыҡмаясағын күптәр белә ине. Шулай итеп, Башҡортостан Юғары Советының 1991 йылдың 30 майындағы ҡарары менән Урман хужалығы министрлығы тергеҙелде. Ул саҡта республикала 60 урман хужалығы ине. Берләшмә, концерн итеп үҙгәртһәләр ҙә, райондарҙа, ауылдарҙа эште өйрәнелгәнсә алып барҙылар. Мин киткәс, 1994 йылда тағы берләштереү башланды – Экология министрлығына беркеттеләр.
– Белеүемсә, һеҙ министр вазифаһын башҡарған осорҙа Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Башҡортостандың Урман кодексы ҡабул ителгән.
– 1991 йылдың июнендә беҙ Башҡортостанда Урман кодексын ҡабул иттек. Федерацияла был эш 1997 йылда ғына башҡарылды. Рәсәйҙекен ҡабул иткәнсе ул ике-өс өлкәлә генә бар ине. Ул заманда бит һалымдарҙың 70 проценты Башҡортостанда ҡалып, 30-ы ғына үҙәккә китте. Шуның өсөн финанслау ҙа республика ҡаҙнаһынан булды. Мәҫәлән, мин дүрт йыл министр булдым, әммә Мәскәүҙән аҡса һорап йөрөмәнем. 1995 йылдан башлап барыһын да үҙәкләштерҙеләр.
– Рәсәй Федерацияһының Урман кодексын ҡабул иткәс, имеш, ул урманды һаҡлаусылар, үҫтереүселәр күҙлегенән дә бигерәк, юристар, иҡтисадсылар, ҡуртымсылар мәнфәғәтенән генә сығып эшләнгән, тигән сығыштар ҙа булды...
– Республиканыҡын ҡабул иткәндә, беҙ үҙебеҙ комиссияларға барып, кәңәшләшеп, тәҡдимдәрҙе иҫбатлап йөрөнөк. Элек бит депутат ярҙамсылары булманы. Хәҙер депутаттарҙың ярҙамсылары, тармаҡты яҡшы беләме-юҡмы, үҙҙәре эшләй.
Рәсәй Федерацияһының Урман кодексы менән нисек килеп сыҡты һуң? Урман хеҙмәткәрҙәрен яҡын да юлатманылар, үҙҙәренә нисек кәрәк булды, шулай хәл иттеләр. Ә бит депутат ярҙамсылары араһында урмансылар юҡ. Беҙҙең бит урман, уны һаҡлау буйынса ғалимдар бар. Улар Кодекстың етешһеҙлектәрен күрһәтеп, сығыш яһаны, хатта Президент Путинға тиклем барҙылар. Тейешле тәҡдимдәрҙе өйрәнеп ҡабул итмәгәс, һуңынан бер туҡтауһыҙ өҫтәмәләр китә лә инде.
Мәҫәлән, 2016 йылда урман хеҙмәттәре көнөнә 50 йыл тулыу айҡанлы беҙҙе Мәскәүгә йыйҙылар. Мин ике йәмәғәт эше алып барам: министрлыҡта совет ағзаһымын һәм Башҡортостан буйынса урмансылар йәмғиәтенең рәйесемен. Ана шул йыйылышта Дәүләт Думаһынан бер депутат сығыш яһай: “Беҙ, – тигән була, – ике йылда ҡырҡ төҙәтмә кереттек”. Шунда ултырған егеттәр: “Шул ике йылда ҡырҡ өҫтәмә индергәнсе, ике тапҡыр күсереп алып, яңы закон сығарырға мөмкин ине”, – ти уға. Дөрөҫ, сөнки өҫтәмә индереү өсөн ике ай ваҡыт етә, ә беренсе уҡыу, икенсе, өсөнсө тип ваҡыт үткәрергә кәрәкмәй. Ысынлап та, белгестәрҙе, ғалимдарҙы саҡырып, күптән күсереп яҙырға була ла инде. Яңы концепция, яңы ҡараш менән...
– Концепция тигәндән, ул нимәгә нигеҙләнгән?
– Әйтәйек, беҙҙең министрлыҡ, йәғни урмансылар урманды үҫтерә, ҡарай, ә әҙерләүселәрҙе күберәк килем ҡыҙыҡһындыра. Ҡуртымға килгәндә, шәхсән үҙем баштан уҡ уға өҫтөнлөк биреү яғында түгел инем, сөнки аҡсалы кеше, компания әҙер, үҫтерелгән ағасты һатып ала ла урманға береһе лә керә алмай. Шуға ла төбәктә йәшәгән, төп шөғөлдәре урман булған халыҡ эшһеҙ тороп ҡалды. Элек улар урман хужалығы аша ағасты барып ала, кәрәгенсә тотона ине. Хәҙер ҡуртымсыға барырға, ул ҡуйған хаҡҡа һатып алырға тейештәр. Әйтәйек, ауыл хужалығында фермер һөрөнтө ер майҙанын ҡуртымға ала икән, ул уны һөрә, сәсә, эшкәртә, ашлай. Бына был, ысынлап та, дөрөҫ була. Ә бында – әҙер: үҫкәнен киҫ, килем ал. Элек, мәҫәлән, һәр районда 40-50 урмансы була торғайны. Хәҙер иһә – дүрт-биш кеше. Уларҙың да йүнәлештәре, бурыстары төрлөсә бүленгән. Шуға ла беҙҙең олораҡ быуынға быларҙы аңлауы ҡыйын. Элек бит лесник ауылда хөрмәтле кеше ине. Үҙе лә һәр кемдең тын алышына тиклем белде. Мәҫәлән, мин лесничий булып эшләгәндә, яҙын, көҙөн урмансы менән бергә биләмәләргә ревизияға сығып китә торғайныҡ. Шуны белеп, ул кешеләрҙе алып сыға, таҙарттырып ҡуя ине.
– Ҡуртымға биреүгә килгәндә, килешеү буйынса улар урманды таҙартырға, яңы үҫентеләр ултыртырға тейештер бит?
– Элек леспромхоздар, колхоз-совхоздар йылына 18–19 мең гектар диләнкә киҫһә, беҙ 20–24 мең гектар үҫенте ултырта торғайныҡ. Хәҙер ҙә эш бара, әлбиттә, ләкин ҡуртымсыға барлыҡ бурысты йөкмәттек: янғын сығыуҙан һаҡлау, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү, ағас ултыртыу һәм башҡалар. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, уның бит махсус белеме, йүнәлеше буйынса тәжрибәһе юҡ. Һыҙаттарҙы ултырта ла “онота”. Мәҫәлән, ҡарағайҙы бер үлән баҫһа, үҫеп китә алмай. Шыршы, ҡарағас ҡына әрһеҙ, әммә уларҙы ла тәрбиәләргә кәрәк. Закон буйынса ҡараһаҡ, ҡуртымсы үҫентеләрҙең үҫеп киткән-китмәгәне өсөн яуап бирмәй: ултыртҡан, отчет биргән – шуның менән бөттө. Беҙ иһә агротехник тәрбиә тип өс-дүрт йыл үҫтерә инек, шунан һуң йәш үҫентеләрҙе һирәкләү, санитар киҫеү, башҡаһы китә. Һанап бөткөһөҙ. Ҡыҫҡаһы, урманды ултыртҡандан алып үҫеп еткәнсә ҡарарға кәрәк. План бар ине. Һәр эш эҙмә-эҙлекле алып барылып, ҡайһыһы артынан ҡайһыһы башҡарылырға тейешлеге аныҡ күрһәтелә. Барыһы ныҡлы контролдә тотола.
– Алдараҡ беҙ кадрҙар мәсьәләһенә ҡағылып үткәйнек...
– Урман эшенә кешене алыр өсөн ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе, колхоз-совхоз етәкселәре, ауылдың башҡа абруйлы кешеләре менән килешә торғайныҡ. Эшләрлекме ул, юҡмы, урманды һаҡларлыҡмы, артынан башҡаны йәлеп итә аламы – барыһы ҡаралды. Осраҡлы кеше һирәк ҡуйылды.
Тағы династия тигән төшөнсә бар ине. Берәүҙең олатаһы, атаһы урмансы булған, тимәк, уға ла был эш бәләкәйҙән таныш. Хатта һуғыш ваҡытында ла, ирҙәре киткәс, урындарына ҡатындары ҡалған, ә бер ҙә урмансы урынын ҡыҫҡартып ҡуймағандар. Был осраҡта биш тин отоп, миллиондарҙы юғалтабыҙ. Бөгөн ҡыҫҡартырға түгел, киреһенсә, үҙ эшен яратҡан, белгән, һөнәре, булмышы буйынса ысын урмансы кәрәк. Урманды һаҡлайым, ултыртам, үҫтерәм тиһәң, шунһыҙ булмай. Яңы урман кодексына өҫтәмәләр ҙә ошо юҫыҡта булырға тейеш. Концепцияның нигеҙен дә ошолар тәшкил итә.
– 2015 йылда илдә ЛесЕГАИС тип аталған система ойошторорға ҡарар иткәйнеләр. Йәғни, ябай итеп әйткәндә, һәр ҡиммәтле ағасҡа тамға һалып, спутник аша күҙәтеп тороу тигән һүҙ. Берҙәм иҫәп системаһы Рәсәй һымаҡ ҙур илдә үҙен аҡлаймы?
– Шуны эшләйҙәр, шулай ҡушалар. Бының өсөн бик күп аҡса түгелә. Ләкин, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, әллә ни һөҙөмтәһе юҡ. Беҙҙә, мәҫәлән, унлаған мобиль төркөм төҙөнөләр. Компьютер, машина, башҡа махсус ҡорамалдар менән тәьмин иттеләр. Тик улар башлыса ағасты тейәп китеп барған машиналарҙы тикшерә. Шунда ағаста маркалау билдәһе булырға тейеш, ҡайҙан килгән, ҡайҙа киҫелгәнен белер өсөн.
Көнбайыш йәки ағас эшкәртеү буйынса алға киткән башҡа бәләкәйерәк илдәрҙә шулай эшләп була, әлбиттә. Мәҫәлән, Германияны алайыҡ. Уның майҙаны Башҡортостандан күпмегә генә артыҡ инде. Элек беҙ Галле округы менән дуҫ инек: улар беҙгә килә, беҙ уларға барабыҙ. Эйе, унда урман таҙа, сөнки бөтә ерҙә юл һуҙылған. Бында, урман юлдары булмағас, нисек бар ергә лә керә алһындар? Шуға төпкөл киҫелмәй, таҙартылмай. Етмәһә, ағас эшкәрткән предприятиелар башлыса Өфөлә урынлашҡан. Уларҙың үҙҙәренә лә сеймал ташыу ҡиммәткә төшә.
– Урман өсөн иң ҡурҡынысы – янғын. Белгестәр фекеренсә, ут сығыуға күп осраҡта кеше сәбәпсе. Уҙған йыл, мәҫәлән, ноябрь айына Башҡортостанда 148 осраҡ теркәлһә, шуның 112-һенә кешенең вайымһыҙлығы, иғтибарһыҙлығы сәбәпсе. Был нимә, ысынлап та, әҙәм балаһы шул тиклем битарафҡа әйләндеме?
– Беҙ яйлап кешене урмандан ситләштерҙек. Нисәмә йыл буйы ҡоро-һары алырға ярамағанлығы ла үҙенекен итте. Башҡа күҙгә күренмәгән сәбәптәр ҙә бар. Мәҫәлән, кешегә йорт-ҡаралтыһын йүнәтергә ағас кәрәк, ул лесхозға хакимиәттән белешмә алып барырға тейеш. Унда ултырған ҡатын: “Ә ниңә кәрәк?” – тип һорай. Әйтерһең дә, ошо ҡағыҙҙы үҙенең кеҫәһенән сығарып бирә. Кеше уға ағастың кәрәклеген иҫбат итергә тейеш: ҡаралты шунса йылда төҙөлгән, фәлән дә фәсмәтән... Бына шулай документ артынан документ юллап йөрөп, бәндә ялҡып бөтә. Мин гелән: “Һуң, кеше тырыша икән – бир ағасын”, – тим. Халыҡты шулай биҙҙерәләр. Бер ваҡыт янғын сыҡҡан ергә барып төштөм дә ауыл ирҙәренә әйтәм: “Ныҡлап киткәнсе, ниңә һүндермәйһегеҙ?” “Һы, ана “глава” һүндерһен”, – тиҙәр. Ғөмүмән, бер-береңә иғтибарлы булһаң, бар өлкәлә лә күп проблемалар булмаҫ ине.
– Урман – үҙе бер серле донъя. Уны ағас ҡына үҫкән урын тип ҡарап булмай. Ағас ултыртҡан саҡта ла барыһы ла күҙалланып башҡарылалыр...
– Урман үҫә ул. Уға тик ҡамасауламаҫҡа, кәрәгенсә булышырға ғына кәрәк. Элегерәк бит күп мал булды, үҫентеләрҙе тапай торғайнылар. Ялан яғы хужалыҡтарының урманлы райондарҙа махсус көтөүлектәре бар ине. Меңәрләгән баш ҡыуыла торғайны. Урманда бит йәш үҫентеләр, үлән генә бөтмәй, тупраҡ та тығыҙлана. Ҡар, ямғыр һыуҙары өҫтән ағып киткәс, грунт һыуҙары тулыланманы, шишмәләр ҡороно.
Был йәһәттән тағы бер миҫал килтерге килә. Мәҫәлән, Туймазы, Шаран яғына барғанда, тау битләүҙәрен күрәһегеҙме? Элек бит унда урман үҫмәй ине. Юрий Федорович Косоуров тигән ғалим ағас ултыртыуҙы ойошторҙо. Тәүҙә звено булдырҙы, бер нисә трактор алды. Һуңынан тауҙы горизонталь рәүештә “терраса” формаһында арҡылыға, баҫҡыс-баҫҡыс ярып сыҡтылар. Тракторҙың бер яҡ гусеницаһы тауҙан бара, икенсеһе үҙе өйгән, этәргән ерҙән килә. Өймәһә – тәгәрәй. Шулай итеп, “терраса”ға ағас ултыртылды.
Элек ҡар, ямғыр һыуҙары ағып төшә ине. Йыуылған ҡом-балсыҡ йылғаны бөтөрә торғайны.
Туймазы районы 80-се йылдарҙа тәбиғәтте үҙгәртеп ҡороу, тергеҙеү буйынса ун биш йыллыҡ план алды. Барлыҡ яланғас тауҙарҙы йәшелләндерҙеләр.
Шаран районында ла соҡорҙарға ағас ултырттылар. Унда ташҡын яҙ һайын ярҙарҙы йыуа, емерә ине. Аҙаҡ ҡарттар былай тине: “Элек беҙ бала саҡта шишмә бар ине, ул юғалғайны, бына килеп сыҡты”.
Косоуровтың был эше баһалап бөткөһөҙ булды. Элек ғалимдар менән практик кешеләр бәйләнештә эшләне. Бындай эштәр Стәрлетамаҡ, Баймаҡ райондарында ла башҡарылды.
– Урмансыларҙың киләсәктәге эшен нисегерәк күҙ алдына килтерәһегеҙ, ниндәйерәк теләктәрегеҙ бар?
– Урманды көйләгән ун йыллыҡ программа булып, шуны тормошҡа ашырғанда, ваҡытында финансланһын ине. Икенсеһе – урманда белгестәр, профессионалдар, үҙ һөнәренә бирелгәндәр эшләренә ышанам. Шунһыҙ булмай. Унан беҙҙең эштә бойороҡ менән булмай, контроль кәрәк. Русса әйткәндәй, “давай!” тип кенә эш башҡарып булмай.