Уңайлы шарттарҙы алдан хәстәрләйҙәр.
Үҙенең аҡылы, хәйләкәрлеге менән байтаҡ халыҡтың мифологияһына инеп ҡалған был йәнлек. Тормошта ла, ғилми телдә лә “ябай” йәки “ерән” төлкө тип йөрөтәләр уны. Әйткәндәй, төҫө төрлө булырға мөмкин: ҡара, ҡыҙыл (огневка), аҡ (альбинос) һәм башҡа. Европала ғына ла 15 төргә яҡыны (донъяла – 25) йәшәй. Улар төйәкләнгән еренә, төҫөнә, ҙурлығына ҡарап билдәләнә.
Ерән төлкө бигерәк матур: кәүҙәһе төҙ, оҙонса, тиреһе йылҡылдап торған йөн менән ҡапланған, ҡойроғо бар тәненең 40 процентын тәшкил итә. Ғәҙәттә, йәнлектең оҙонлоғо – 40 – 60, ҡулбашынан иҫәпләгәндә, бейеклеге – 35 – 40 сантиметр, ауырлығы – 6 – 10 килограмм. Тәбиғи шарттарҙа 20 – 25 йыл йәшәй алһа ла, башҡа бик күп ҡырағай йәнлек, хайуан шикелле, ул саҡлы оҙон ғүмер итмәй.
Элекке СССР биләмәләрендә миллиондан ашыу төлкө иҫәпләнгән. Уларҙың һаны үҙгәреп тора. Әйтәйек, сысҡан, ҡуян, башҡа кимереүселәр һаны арта икән – төлкө лә күбәйә. Кәмеүҙәренең төп сәбәбе – сир: ҡотороу, ҡысынма һ. б. Дошмандары – бүре, һеләүһен. Элегерәк, бигерәк тә ҡотороу сире таралғанда кешеләр ҙә төлкөнө күпләп юҡ иткән, ләкин һуңғы йылдарҙа фермаларҙа аҫралған төлкөләргә, башҡа йәнлектәргә вакцина эшләү сәбәпле, был йәһәттән ҡырыу туҡтатылды.
Барыһын да алдан күҙәтә, уйлай алыуы менән бер рәттән, төлкө яҡшы ишетә, еҫте һәйбәт тоя. Мәҫәлән, сысҡан тауышын йөҙ метрҙан һиҙә. Хатта ярты метр ҡалынлыҡтағы ҡар аҫтында йөрөгәнен дә тоя. Шуға ла көнөнә 15-20 сысҡан тота ала. Етмәһә, һунар ваҡытында бик түҙемле был йыртҡыс.
Шуныһы ла бар: кимереүселәргә шул тиклем мауығып һунар итә – донъяһын онота, иғтибарын ситкә йүнәлтмәй. Был сағында бүрене, хатта кешене лә яҡын ебәрә. Тағы ла бер кәмселеге бар – насар күрә, ләкин яҡшы ишетеүе менән еҫ тойоуы быны тулыһынса аҡлай.
Төлкөнөң үҙ һунар биләмәһе бар. Бер парҙың майҙаны 30 квадрат километрғаса етеүе мөмкин. Йыртҡыс (шулай тип әйтергә тел дә әйләнмәй) үҙ биләмәһен бик яҡшы белә, уны даими тикшереп, күҙәтеп тора. Һәйбәт йөҙә, таулы урындарға менә, ауыш ағастарға үрмәләй ала. Үҙен эҙәрлекләгән бүренән, кешенән эҙҙәрен бутап ҡаса.
Хәйләкәрлеге лә ошонда күренә: эҙәрлекләгән бәндәнән йәки кейектән ул теләһә ҡайһы өңдә, мәмерйәлә йәшенә. Йәнәһе, уның өңө шунда, эҙ яҙҙыра. Бер аҙ ял иткәс, үҙенең даими йәшәгән урынына китә.
Төлкөнө йыш ҡына ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе бөтөрөүҙә ғәйепләйҙәр, ләкин уның сысҡандарҙы күпләп юҡ итеүен иҫәпләһәк, әлеге зыяны тулыһынса аҡлана, тиһәң дә, хата булмаҫ.
Был мәхлүкте йыртҡысҡа ғына тиңләргә ярамай. Уның аҙыҡ берәмегендә 300-ҙән ашыу төр йәнлек, ҡош, бөжәк, тиҫтәгә яҡын үҫемлек иҫәпләнә, ләкин бар аҙығының дүрттән өс өлөшөн ялан сысҡандары тәшкил итә. Ҡуян балаларынан баш тартмай. Ҙурыраҡ ҡуяндарға һирәк һөжүм итә. Шулай уҡ ерҙәге ҡоштарҙы тотоу уңайын да ысҡындырмай. Үләкһәләрҙе юҡ иткән санитар ролен дә үтәй. Ямғыр селәүсендәрен йыя, төрлө бөжәкте сүпләй. Еләк-емеш менән дә хушһына.
Төлкөләр, ғәҙәттә, бер ерҙе үҙ итә, ғаилә ҡорор, көсөктәрен тәрбиәләү өсөн урын ҡарай. Барлыҡ уңайлыҡты алдан хәстәрләйҙәр: сысҡанлы ялан, ҡош-ҡортло йылға буйы ла алыҫ булмаһын, кеше-маҙар юлы ла төшмәһен, бүреләр ҙә йөрөмәһен. Өңдө кейек үҙе ҡаҙһа ла, байтаҡ осраҡта бурһыҡ һәм башҡа йәнлектәрҙең әҙер өңөнән дә баш тартмай. Йыш ҡына яр йәки ҡалҡыулыҡ буйҙарына урынлаша. Бындай саҡта ямғыр, ағын һыуҙар ағып төшмәҫлек ерҙе һайлай. Ҡайһы саҡта тәбиғи урындар ҙа ярап ҡала: мәмерйә, ағас ҡыуышлыҡтары...
Төлкөләр йылына бер генә көсөкләй. Инә йәнлек ҡыштан уҡ бала табыу өсөн урын ҡарап, билдәләп ҡуя. Ул ошо ерҙе һаҡлап йөрөй. Тик үлһә генә унда башҡа инә урынлаша ала. “Фатирлы кәләш”кә ҡыш аҙағында уҡ ике-өс ата эйәләшә. Улар араһында ыҙғыш башлана. Билдәле, туй инә аталанғас ҡына тамамлана, ә ғаилә башлығы булып көслөһө тороп ҡала.
Ата төлкө – өлгөлө ғаилә башлығы. Ул көсөктәре тыуғансы уҡ инәһен хәстәрләй башлай: аҙыҡ ташый, өңөн нығытыша, хатта, белгестәр әйтеүенсә, тештәре менән һөйгәненең тиреһендәге беттәрҙе лә үлтерешә икән. Әгәр балалары тыуғансы ата төлкө үлһә, уның урынын башҡаһы ала һәм үгәй атай ролен үтәй. Әйткәндәй, бәләкәстәрҙе үҙ көсөгөләй хәстәрләй. Был ғына ла түгел, инәһе көсөктәрен тәрбиәләгән саҡта башҡа аталарҙың да үҙ-ара атай йәки үгәй атай урыны өсөн талашыуы мөмкин. Ә инәһе был сағында ни булырын күҙәтә, сөнки ул балаларын көслө ата тәрбиәләүен, һунар серҙәренә өйрәтеүен теләй.
Йәнлектәрҙең туйы декабрь-март айҙарында була һәм бер нисә көн дауам итә. Әйткәндәй, аталаныуҙары инәнең таҙалығынан, хатта һауа торошонан да тора. Шундай йылдар була, ҡайһы саҡ инәләрҙең 60 – 70 проценты аталанмай ҡала.
Ноябрь айына йәш төлкөләр ҙурайып бөтә, улар үҙаллы тормош алып бара башлай. Ғәҙәттә, төрлө яҡҡа таралышалар. Аталары 20 – 40 саҡрымғаса алыҫҡараҡ китә, ә инәләре уртаса 5-10 саҡрым тирәһендә урынлаша. Уларҙың һәр береһе үҙенә биләмә һәм көсөктәр өсөн өң эҙләй.
Ҡайһы бер инә төлкө тыуғандың икенсе йылына уҡ аталанырға мөмкин, ләкин ныҡлы өлгөрөүҙәре ике йәшлек саҡтарына тура килә.
Төлкө дүрт-һигеҙ көсөк таба. Көсөктәре хәлһеҙ, 100-150 грамм ауырлыҡта ғына булып тыуа. Ҡолаҡтары ишетмәй, күҙҙәре күрмәй, тәндәре ҡараһыу һоро мамыҡ менән ҡапланған була. Ике аҙналыҡ саҡтарында ишетә, күрә башлайҙар, тәүге тештәре сыға. Был саҡта ауырлыҡтары килограмға етә. Йөндәре һоро булғас, бүре йәки янут эттәренә оҡшайҙар, тик ҡойроҡ осоноң аҡлығы ғына төлкө икәнлектәренә ишаралай.
Ай ярым буйы һөт имһәләр, яйлап инәләре уларҙы ашарға өйрәтә. Йәне сығып бөтмәгән сысҡан, ҡош алып ҡайтып, һунар серҙәрен аса башлай. Бер аҙҙан инде көсөктәрҙе бергә сысҡан-маҙарға һунарға ла алалар.
Оло төлкө йәйен көнө-төнө һунар итә. Был мәлдә ул бик һаҡ була. Әйтәйек, өңө тирәләй кеше йөрөһә, балаларын башҡа урынға күсерә. Төлкө бер нисә өң, йәшеренеү урыны тота. Хатта кеше көрәк менән өңөн аҡтарырға керешкәндә лә, был йәнлек көсөктәрен һаҡлап ҡалырға тырыша – йәшерен сығыу юлынан алып китеү яғын ҡарай. Ғалимдарҙың иҫәпләүенсә, был сифат бүрелә, хатта аҡыллы һаналған юлбарыҫта ла юҡ икән.
Төлкө тиреһе иң ҡыйбатлыларҙан һанала. СССР ваҡытында, мәҫәлән, тире эшкәртеү, унан тауар етештереү сәнәғәтендә төлкөнөкө ҡиммәтлелеге буйынса дүртенсе урында торған. Ерән төлкө тиреһен һунарсылыҡ хужалыҡтары етештерһә, ситлектәрҙә аҫрау менән шөғөлләнгән хужалыҡтар ҙа етерлек булған. Ситлектә илебеҙҙең төньяғында осраған, төрлө юлдар менән фермаларға “ҡыуып” индерелгән ғәҙәти төлкөләр аҫрала. Былар, башлыса, ҡара төлкөләр (чернобурки, сиводушки, крестовки – русса исеме бихисап).