Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
3 Апрель 2019, 13:18

Мылтыҡ көбәге аша ҡарамаһаҡ ине...

Был — фәстереү түгел, ә ысынбарлыҡ.

Был — фәстереү түгел, ә ысынбарлыҡ.
Ялан буйлап ике “Буран” зыр әйләнә. Баралар-баралар ҙа, ҡайырылып, тағы артҡа боролалар, әйләнәләр, тырылдайҙар. “Тр-р-дыр... Тр-рр...” Ике яҡтан аҙ ғына ара ҡалдырып туҡтайҙар. “Дөп-дөп...” Быныһы инде мылтыҡ тауышы. Һаңғырауыраҡ сыға. Заман техникаһының мотор тырылдауы көслөрәк шул. Тағы — “дөп-дөп...” Әзмәүерҙәй ирҙәр аллы-артлы ҡышҡы “матайҙар”ынан төшөп, уртаға килә. Табыш: дүрт иргә — бер ҡуян!
Һис уйлап сығарылған юлдар ҙа, фәстереү, яҙыусы фантазияһы ла түгел был — ысынбарлыҡ. Ошо уҡ алым менән төлкөгә “һунар” итәләр, башҡа йәнлеккә. “Һунар” һүҙен тырнаҡтар эсенә алдым, әҙәм мәсхәрәһе, шул да булдымы эш? Был бит ысын һунарсыларҙың битенән көлөү. Саңғыла тиҫтәләрсә саҡрым юл үткән, тауҙар үрләгән, урман-ҡырҙар гиҙгән, табыштан да бигерәк тәбиғәт ҡосағында йөрөп ҡайтыу ләззәте кисергән, кейектәрҙе, ҡыр хайуандарын, ҡоштарын үҙҙәренең биләмәһендә һаҡлап торған кешеләрҙән көлөү.
Заман башҡа — заң башҡа, тиер бәғзеләр. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Ләкин хәҙерге “һунар” күп осраҡта байҙарҙың сираттағы уйынын хәтерләтә. Әлбиттә, техникаһыҙ булмай. Бигерәк тә күпләп үрсегән бүреләрҙе баҫтырғанда, ҡотороу сире таралғанда төлкөләрҙең һанын сикләүҙә, башҡа шундай күңелһеҙ, хатта ҡурҡыныс хәлдәр тыуған осраҡта. Ләкин алда телгә алған “һунарсылар” ундай саҡта мылтыҡ тотамы икән? Икеле. Үткенсе өсөн йәнлек, ҡош-ҡорт төйәге, үрсеү урыны, уларҙың кәмеү ҡурҡынысы бер ни түгел.
Законлы рәүештә рөхсәт алдың икән, кешелектең, тәбиғәттең яҙылмаған ҡанундары онотолоусан бит ул. Бигерәк тә борондан һаҡланып, быуындан быуынға күсә килгән, йолаға әйләнгән ҡиммәттәр. Ысын һунарсыны (урындағы булһынмы ул, биләмәгә ваҡытлыса килгәнме) браконьерҙан иң тәү тәбиғәткә булған ҡарашы айыра. Ә үткенсе мөнәсәбәте түгел. Һуңғылары менән ҡомарҙан да бигерәк нәфсе идара итә.
Эйе, был йәһәттән браконьерлыҡҡа ҡаршы электән дә көрәштеләр, хәҙер ҙә закондар етерлек һәм ҡаты, ләкин алда һөйләнелгәндәр — “законлы” һунар итеү тураһында. Хәҙер тәбиғәткә зыян килтереүселәр ҙә заманса эш итә, тәбиғәт һағында тороусылар ҙа осоусы аппараттар аша барыһын күҙәтә ала. Тик технологиялар, алымдар алға киткән һайын, йәшәү рәүешен Хоҙай яралт­ҡандан алып үҙгәртмәгән йәнлек-кейектәр, ҡоштар ғына шул килеш ҡала. Кеше уларҙың биләмәләренә төҙөй, аҡтара бара, тегеләре йә сигенә, төйәген ташлап китә, йә бөтөнләй юҡҡа сыға.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ер йөҙөндә йыл һайын тиҫтәләрсә йәнлек, ҡош төрө юғала. Беҙ ҙә ололарҙан: “Элек йәнлектәр, ҡыр өйрәктәре, ҡыр ҡаҙҙары ауыл эргәһенә үк килә ине”, — тигән һүҙҙәрҙе бик йыш ишетәбеҙ. Сәбәптәр, әлбиттә, күп. Нисек кенә сәйер булмаһын, йәнлектәр һәм ҡоштар тәбиғәт ҡазаларына ҡаршы тора ала. Эйе, үҙгәрһә үҙгәрә, йәшәү рәүешен яраҡлаштыра, әммә тереклек итә. Ә бына әҙәм алып килгән афәттән ҡотола алмай. Уйлап ҡараһаң, беҙ “тәбиғәт ҡазаһы” тип атап йөрөткән нәмәләр ҙә бит күбеһенсә кеше арҡылы килеп сыға: һыуҙар бысрана, газ, нефть һурыла, урмандар киҫелә, янғындар сыға. Һанап бөткөһөҙ.
Әлбиттә, былар алдында тәбиғәт ҡанундарына яраҡлаштырылып ойошторолған һунарҙың зыяны юҡ. Киреһенсә, барыһы ла уйланылып башҡарылһа, тейешле ҡағиҙәләр үтәлһә, кеше өсөн дә, күпмелер кимәлдә тәбиғәт өсөн дә файҙалы. Матди яҡты уйлаһаң, һунарсы төрлө дәүләт пошлиналары һәм йыйымдарына өҫтәмә өлөш индерә. Улары иһә һунарсылыҡ биләмәләрен төҙөкләндереүгә китә. Ысын һунарсы өсөн тәбиғәт ҡосағында көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, усаҡ янында фекерҙәштәре менән ултырып, заман сире — стрестарҙан арынып ҡайтыу ҙа ҡамасауламай.
Бында ғиллә башҡала: нәфсеһенә баш була алмағандарҙың бер рөхсәт алып, нисәмә баш кейектең, хайуанҡайҙың башына етеүҙә, йәғни осраған һәр ҡайһыһын аяуһыҙ ҡырыуҙа. Алда әйткәнемсә, бының өсөн хәҙер заман техникаһы ла, йәнлектәрҙең ҡайҙа йөрөүен асыҡлау өсөн осоусы аппараттар ҙа етерлек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, закондарҙы урап үтеүселәр элек тә булған, хәҙер ҙә бар. Был саҡта өгөт-нәсихәт уҡыу файҙаһыҙ. Мәктәп йәшенән, бала сағынан бирелмәгән аҡыл, тәрбиә олоғайғас, кеҫә ҡалынайтып, “бар нәмәне һатып алып була” тип йәшәй башлағас файҙаһыҙ. Мәктәп йәшенән тигәндән, биология, зоология, тәбиғәтте өйрәнеү һымаҡ дәрестәрҙең “ҡыҫҡартылыуын”, күп осраҡта “артыҡ сәғәт” булып йөрөүен, теүәл фәндәр алдында “етди булмаған”ға иҫәпләнеүен күҙ уңында тотам. Улары ла туған телдә уҡытылмағас, балалар хатта ауылдарҙа үлән, ҡош-ҡорт, йәнлек исемдәрен үҙ телендә әйтә, ни икәнен аңлата алмай. Тормошта ла, тәбиғәттәге һымаҡ, барыһы бергә бәйләнгән: тирә-яҡ мөхитте сабый тик туған теле аша ғына күңеленә һеңдерә, йылға-күлдәр, бар тереклекте тик урындағы ерлекле риүәйәт, легендаларҙы тыңлап ҡына белә, тоя ала. Әйтәйек, Яҡтыкүлде — Банное, Шүлгәнташты — Капова, Соран йылғаһын Уран (ниндәй ҡурҡыныс һүҙ — уран) тип үҫеп, ниңә шулай аталғанын аңлата алмай икән, үҫкәс, уға ата-бабаһына изге булған тауҙарҙы шартлатыуы ла, ҡырҙарҙы аҡтарыуы ла, йылға үҙәндәрен бысратыуы ла, ҡайҙа етте шунда “бында мин булдым” тип яҙыуы ла бер ни тормаясаҡ. Ә инде тәбиғәт матурлығына мылтыҡ көбәге аша ҡарауҙы әйтеп тораһы ла түгел.
Һүҙҙән ситләшеп булһа ла, бер миҫал килтерге килә. Таңдан дуҫым менән күрше ауылға юлға сыҡтыҡ. Үҙән йылғаһының баҫмаһы аша үтергә кәрәк. Ә тирә-яҡта шундай матурлыҡ: тулҡындар ҡояш нурҙарын сағылдыра, ҡоштар һайрай, ҡыр өйрәктәре быжҡылдай. Арыраҡ, томан араһынан, йылҡы өйөрө төҫмөрләнә.
— Ҡарәле, ниндәй матурлыҡ! — тим, һоҡланыуымды йәшермәй. — Торғаны кәртинкә инде...
Теге аттарҙы күҙ уңында тоттомо, өйрәктәрҙеме, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:
— О-о, күпме ит!..
Бына шулай. Әйтер һүҙемде аңлағанһығыҙҙыр. Мәҡәләнең ҡалғанын, уҡыусым, һеҙ яҙырһығыҙ. “Ҡырағай мөхит” махсус сығарылышын артабан да эстәлекле, бай йөкмәткеле итер өсөн һеҙҙән дә хаттар, тәҡдимдәр, үҙегеҙ менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һүрәтләмәләр көтәбеҙ.
Читайте нас: