Былтыр тәбиғәт парктарының инфраструктураһын үҫтереү, туристар ағымын көйләү һәм закон боҙоуҙарҙы кәметеү буйынса республикала байтаҡ эш башҡарылды. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен контролдә тотоу буйынса берҙәм система эшләнде.
Әле республикала дүрт тәбиғәт паркы (Асылыкүл, Ҡандракүл, Ирәмәл, Мораҙым тарлауығы) һәм 27 ҡурсаулыҡ бар. Элек улар һәр береһе үҙаллы эшләһә, былтыр айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дүрт өлөшкә бүленде, “Еҙем” тәбиғәт паркы эшләнеп бөткәс, бишенсе бүлексә лә барлыҡҡа киләсәк.
Закон боҙоуҙар айырыуса һаҡланған биләмәләрҙең үҙенсәлегенә бәйле. Мәҫәлән, урманлы ҡурсаулыҡтарҙа, Урал аръяғында йыш ҡына рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу, янғын хәүефһеҙлеген боҙоу осраҡтары менән осрашһаҡ, Асылыкүл һәм Ҡандракүл биләмәләренә автомобилдәрҙә инеү күҙәтелә. Ғөмүмән, киләсәктә тәртип боҙоуҙарға ҡаршы көрәш ҡәтғиләнергә тейеш. Асылыкүлде кәртәләп алыу, ял итеү өсөн махсус зона булдырыу, енәйәттең ауырлығына ҡарап штраф һалыу, биләмәләрҙе тикшереү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары-контерҙар файҙаланыу тәбиғәт парктарын туристар өсөн ылыҡтырғыс һәм хәүефһеҙ итәсәк.
Тәбиғәт парктарындағы хеҙмәттәр түләүле. Әммә әлегә уның суммаһы биләмәне йыйыштырыуға, сүп-сарҙан таҙартыуға, эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләүгә генә етерлек, шуға күрә республиканың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы парктарҙы инвестиция иҫәбенә үҫтерергә уйлай. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ тибындағы тәүге проект та бар, Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы “Ҡандракүл” паркын артабан камиллаштырыу, төҙөкләндереү буйынса инвестор менән килешеү төҙөнө.
Дирекция етәкселәре әйтеүенсә, “Еҙем” паркын төҙөү барышында Ғафури районы хакимиәте, “Красноусол” шифаханаһы менән дә һөйләшеү алып барыла. Бер үк биләмәлә туристарҙы йәлеп итерлек уңайлыҡтар тыуҙырғанда бынан һәр яҡ отасаҡ ҡына.