Иртәгә Өфөгә “Рок хайуандарҙы яҡлау яғында” халыҡ-ара мәрхәмәтлек фестивален ойошторған музыкант, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Дмитрий Малов килә.
Былтыр ул Рәсәй һәм Украинаның 69 ҡалаһында хайуандарҙы яҡлаусыларҙы һәм рокерҙарҙы берләштерһә, быйыл ҡалалар һанын 100-гә еткерергә йыйына.
Дмитрий Малов менән осрашыу 8 майҙа киске сәғәт 6-ла В.И. Лениндың Йорт-музейында (Достоевский урамы, 78) уҙасаҡ. Унда “Плегма” төркөмө сығыш яһаясаҡ, ә төп акция 12 майҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙасаҡ.