“Роспотребнадзор” Рәсәйҙә талпандарҙың иң әүҙемләшкән мәле башланды, тип хәбәр итә.
Эпидемиологтар хәүефле сирҙе эләктереү мөмкинлеге ҙур булған төбәктәрҙе билдәләне. Энцефалит вирусы быйыл илдең Төньяҡ-Көнбайыш, Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш райондарында йыш теркәлә. Талпан тешләгән осраҡта табипҡа күренеү мотлаҡ тип иҫәпләй белгестәр.
Бөжәкте көс менән тәндән тартып алырға, һытырға, май йәки спирт менән тонсоҡторорға тырышырға ярамай.