Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
13 Август 2019, 16:48

Айыу кешегә ташланған...

Әле яңыраҡ Бөрйән районының Һарғая ауылы эргәһендәге тауҙа көртмәле йыйып йөрөүселәрҙең өҫтөнә лә айыу килеп сыға. Еләкселәр ҡурҡыштарынан бәйле торған аттарын да ысҡындырмай, ауыл яғына ҡарай һыпырта.

kulv.ru
kulv.ru
Хабаровск крайында булған ул хәл. Сулук ауылында йәшәгән ир бәшмәккә сыҡҡан. Урманға инеп, алыҫ та китеп өлгөрмәй, уға айыу һөжүм итә.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яраланған ир шунда уҡ йән бирә... Был урынға һунарсыларҙы саҡырталар, улар эҙәрлекләп барып, йыртҡысты атып үлтерә. Бындай хәл Сулук ауылы эргәһендә йыш була, тип һөйләй урындағы халыҡ.


Әле яңыраҡ Бөрйән районының Һарғая ауылы эргәһендәге тауҙа көртмәле йыйып йөрөүселәрҙең өҫтөнә лә айыу килеп сыға. Еләкселәр ҡурҡыштарынан бәйле торған аттарын да ысҡындырмай, ауыл яғына ҡарай һыпырта. Лицензияһы булмаһа, үҙен йәки малын яҡлап, кеше айыуға ата ла алмай.


Шул уҡ ауыл яғына бәшмәккә барған ҡыҙ менән егет тә, ағастарҙың тырналғанын, аҡтарылғанын, ҡайһыларының яртылаш йолҡонғанын, эргәһендәге ерҙең сапсылғанын күреп, нимәгә килгәндәрен дә онотоп, машиналарына табан сапҡан. Шуға күрә бәшмәкселәргә һаҡ булырға, алыҫҡа яңғыҙ йөрөмәҫкә, айыу осрағанда сәбәләнмәҫкә һәм ипләп кенә был тирәнән китергә кәңәш итә тәжрибәле һунарсылар. Йыртҡыс йә балаһын ҡыҙғанып, йә тауыштан ҡурҡып кешегә ташланыуы мөмкин, ти улар.
Читайте нас: