Абау! Илеш районының Ишҡар ауылына ҡунаҡҡа кемдәр килгән, беләһегеҙме? Бик ҡурҡыныс ҡунаҡтар – ҡабандар. Берәү генә лә түгел, ә көтөүе менән.
Шуныһы аптырата, был ҡырағай хайуандар кешенән ҡурҡып та тормай икән, урам буйлап ризыҡ эҙләп йөрөгән. Шул тиклем ас булдылармы икән?
Ауыл халҡын был хәл ҡурҡыуға һалған. Айырыуса бәләкәй балалар өсөн хәүефле бит улар. Урманда кешене осратып үлтергәнсе тапап, өҙгөләп китәләр тигән яңылыҡтарҙы ла ишетеп торабыҙ. Улар бигерәк ҡанһыҙ ҡылана, тиҙәр.
Әйткәндәй, ҡабандарҙың Ишҡарға тәүге тапҡыр ғына килеүе түгел икән. Быға тиклем дә булғылап киткәндәр.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК