"Тормош иптәшем менән осраша ғына башлаған мәл ине. Ике ауыл араһында автобустар йөрөмәй, машина ла ул ваҡытта һирәк ине. Шул көндө атайым менан Магнитогорск ҡалаһына юл тотҡан инек, егетем шылтырата: "Бөгөн киләм, осрашырбыҙ". Мин: "Ярай, беҙҙе ике ауыл араһындағы юлда көтөрһөң, тиҙҙән ҡайтырбыҙ", – тип һөйләшеп тә ҡуйҙыҡ.
Ҡалаға барғас, тиҙ генә ҡайтып буламы һуң... Ҡояш та байый башланы. Егетем беҙҙе көтмәй ауылға табан атлаған. Ҡолаҡта наушник, музыка тыңлай-тыңлай бара икән. Ике ауыл араһындағы тауҙы төшөп барғанда, нимәлер һиҙенепме, ҡолағынан наушниктарын алған. Алыуы була, кемдер үкергәнен ишетеп, артына боролһа – айыу! Ул иптәшемә табан сабып килә икән. Егетем юлдан ситкә сығып ҡасырға тотона... Ҡасҡан ваҡытта минең олатайымдың hүҙҙәрен иҫкә төшөрә: "Айыуҙан ҡасып ағасҡа менһәң, өс ағас бергә ултырғанына менергә кәрәк. Яңғыҙ ағасҡа менһәң, уны йығырға мөмкин, ә өсәү булһа, йыҡмаҫ борон икенсеһенә һикерәһең". Ҡасып бара... бер ағасҡа менә лә, ботаҡтары булмағас, кире шыуып төшә. Тағы йүгерә, тағы менә... тағы кире ҡолап төшә. Ниһайәт, өсөнсөһөнә менә ала. Олатайым әйткәнсә, өс ағас бергә урынлашҡанды тапҡан бит әле шундай хәлдә.
Күрше ауылға килеп еткәс, егетемә шылтыратам: һин ҡайҙа ул? Атайым, йәш кеше йәйәү ҡайтып та еткәндер инде, тип яуап ҡайтарып та ҡуйҙы. Трубкала егетем:
– Мин ағас башында ултырам, хәҙер фонарик менан яҡтыртам, – ти. Мин:
– Һы, унда ни эшләп ултыраһың? – тип көләм ялан егетенән, үҙем урманда тыуып үҫкәс ни.
– Айыуҙан ҡасып, – ти...
– Күренмәй ул айыуың, төш, – тием, – ҡайҙа, фонаригыңды яҡтырт әле. Фонарын яҡтыртһа тип, юл ситендәге ағастарзы ҡарайым, күрмәйем яҡтылыҡты... Машина менән кире тауға мендек, ҡараһаҡ, алыҫта-а-а фонарь яна.
– Нимә шул тиклем алыҫҡа ҡасып өлгөрҙөңмө, – тием, – ауылдыҡылар һорашһа, мине фаш итеп, hунарсы кейәүемен тип әйтеп ҡуйма, һине әле йүнләп белмәйҙәр, – тип шаяртам.
– Хәҙер төшәм, – тине лә үҙе оҙаҡлай.
Аҙаҡ һораһам:
– Тәүҙә рюкзакты һелтәнем, айыу яҡында мине аңдып торһа, килеп еҫкәр тип... Аҙыраҡ көттөм, килмәгәс, яйлап ҡарана-ҡарана төштөм, – ти.
...Нисә йылдар үтеп китте. Хәҙер ҡыҙҙарыбыҙ үҫеп килә. Былтыр Бөрйән районына туғандарыбыҙға барһаҡ, ҡунаҡта шул хәлде һөйләйҙәр. Беҙ тәүҙә ул тарихты белмәмешкә һалышып тыңлап бөттөк тә, туҡтай алмай ҡытҡылдашып көлөшә башланыҡ. Туғандар аптырай, "көлкө түгел дә һуң, ниңә көләһегеҙ ул" тип...
Урман яғында йәшәгәс, айыу менан осрашмайым тиһәң дә, осрашырға тура килә шул ҡайһы ваҡытта. Тағы ла шул йәй мәле. Әхмәт ауылынан бер еңгәй ире менән ағас (ҡурай) еләге йыйырға сыҡҡан, ул йылда ныҡ уңғайны. Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, шым ғына йөрөй алмайбыҙ бит инде... Ауылдың ишеткән яңылыҡтарын һөйләй-һөйләй йыя икән еләкте был еңгәй. Иптәше, ҡыштырлап-ҡыштырлап, бер урындан икенсеһенә күсә-күсә еләк йыя, үҙе кәләшенең һүҙҙәре менән килешеп, "мисәтен дә һуғып бара" ти. Биҙрәһе тулды тигәнсе һөйләй... Шунан иптәшенә өндәшһә, "мисәт ҡуйыусы юҡ". Исемләп ҡысҡырһа, алыҫта-а-а ишетелә икән тауышы. Шунан инде абайлап ҡала: эргәһендә ҡыштырлап йөрөгәне ире түгел дә һуң!!! Иптәшенең тауышы сыҡҡан яҡҡа йүгерә...
Иртәгәһенә тағы ошо урынға еләккә киләләр, кисә иренә ауылдың тормош-көнкүрешен һөйләп йөрөгән урынды ҡараһалар, айыу ятҡан... Айыу эҙҙәре...
Хәҙер булһа көлөп һөйләй ул еңгәй: "Айыуға Әхмәттең бөтә ләститен һөйләп ҡайттым. Тик шунан бирле еләккә барһам, һөйләшмәйем, йәhәт кенә йыям да ҡайтыу яғына ыңғайлайым..."
Әбйәлилдән Әлфирә Нәбиуллинаның һөйләгәндәренән яҙып алынды.
Фото: spletnik.ru