Тикшеренеүҙең маҡсаты – ағастарҙың парник газдарын нисек ҡулланыуын баһалау.
– Геопарктың мөһим бурыстарының береһе – климат үҙгәреүенә яраҡлашыуға булышлыҡ итеү. Углекислый газдың төп сығанаҡтары булып туристар, дөрөҫөрәге, улар файҙаланған автотранспорт тора, – тине ӨДНТУ-ның Декарбонизация технологиялары үҙәге директоры Лариса Белан.
Экспедиция һөҙөмтәһендә ғалимдар мәғлүмәттәр нигеҙендә углерод күләмен баһалаясаҡ һәм, үткән йылдар менән сағыштырғанда, ҡулланыуҙың уртаса йыллыҡ ҡиммәттәре билдәләнәсәк. Был үҙ сиратында геопарк урмандары парник газдарҙы сығарыу күләмен күтәрә аламы, әллә шиханды йәшелләндереү буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәрәкме икәнлеген аңларға мөмкинлек бирәсәк.
Фото: pravitelstvorb.ru