Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
11 Декабрь 2023, 22:00

“Ғүмер буйы өҙөлөп яраттым...”

Ҡасандыр, йәш сағында, әсәйем Илһам исемле егет менән ара­лашҡан. Яҡшы күңелле, алсаҡ егет әсәйемдән ун йәшкә кесерәк булған, әммә был һис кенә лә уға ысын йөрәктән ғашиҡ булырға ҡа­масауламаған. Илһамды аңла­йым: әсәйем йәш сағында хәтәр сибәр булған. Сир яфалауға ҡарамаҫтан, ул үҙен гел ҡарап йөрөттө, оҙон ҡара толомо иһә уға серлелек, күркәмлек өҫтәй ине...

“Ғүмер буйы өҙөлөп яраттым...”
“Ғүмер буйы өҙөлөп яраттым...”

Танышым Дилә менән һирәк кенә осрашабыҙ. Был юлы ул айырыуса моңһоу ине: күптән түгел генә әсәһен ерләп ҡайтҡан, күңеле бихисап хәтирәләрҙән тулышып ҡына бара. Кем менәндер һөйләшеп-аралашып, ҡатмарлы донъяның үкенестәрен, бәлки, бер аҙ еңеләйткеһе килгәндер. Ул түбәндәгеләрҙе бәйән итте.

“Әсәйем, тәү ҡарамаҡҡа, һил ғүмер кисерҙе кеүек. Атайым менән ҡәҙимгесә йәшәнеләр, донъябыҙ теүәл булды, әммә яҡынымдың йөрәгендә йәшлек сере һаҡлан­ғанын белә инем.

Ҡасандыр, йәш сағында, ул Илһам исемле егет менән ара­лашҡан. Әсәйем үҫкән ҡасабала йәшәгән ул. Яҡшы күңелле, алсаҡ егет әсәйемдән ун йәшкә кесерәк булған, әммә был һис кенә лә уға ысын йөрәктән ғашиҡ булырға ҡа­масауламаған. Әсәйем ҡаты ауырып, дауаханаға эләккәс, ул уны бер минутҡа ла ташламаған, һөй­ләшеп, күрше палатаға ятҡан, хәс­тәр һәм ярҙам күрһәткән. Әлбиттә, ғашиҡ кеше артабанғы ғүмерен дә уның менән бәйләргә теләгән: кейәүгә сығырға тәҡдим иткән.

Әсәйем дә Илһамға өҙөлөп ғашиҡ булған, тик... уның тормошон боҙорға хаҡым юҡ, тип иҫәпләгән. Беренсенән, ун йәшкә өлкәнерәк, икенсенән, ауыр сире бар, был иһә даими дауаланыу һәм бихисап сикләү талап итә. Унан тыш, яҡыным атаһы һәм үгәй әсәһе тарафынан тәрбиәләнгән, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, өйҙә лә аңлау һәм яҡлау тапмаған. Илһамды аңла­йым: әсәйем йәш саҡта хәтәр сибәр ине. Сир яфалауға ҡарамаҫтан, ул үҙен гел ҡарап йөрөттө, оҙон ҡара толомо иһә уға серлелек, күркәмлек өҫтәй ине.

Ҡыҫҡаһы, әсәйем Илһамдың мөхәббәтен инҡар иткән. “Дуҫ булып ҡалайыҡ”, – тигән ул. Оҙаҡ та тормай, Илһам бер йәштәшенә өйләнгән: күрәһең, үҙенсә шулай үс алғандыр. Ҡатыны менән нисек йәшәгәндәрҙер, уныһы ҡараңғы, әммә ике ул тәрбиәләп үҫтер­гән­дәре мәғлүм. Улар бөтәһе лә бергә Илһамдың әсәһе менән бер йортта, шул уҡ ҡасабала көн иткән. Бер аҙ­ҙан әсәйем дә, атайымды осратып, кейәүгә сыҡҡан, мин тыуғанмын.

...Үҫмер саҡта иҫләйем: шул ҡасабаға олатайым янына ҡайттыҡ. Атайым ул саҡта оҙайлы коман­дировкаға киткәйне. Үгәй өләсәй беҙ ҡайтҡанға ҡәнәғәт булманы, юҡ-барҙан шунда уҡ ғауға ҡуп­тарҙы. Әсәйем мине етәкләне лә тыуған ауылы урамдары буйлап сығып китте. Йөрөп киләйем, әрлә­шеп ултырғансы, тигәндер инде. Юлыбыҙ Илһам йәшәгән йорт янынан үтте (әсәйем, бәлки, махсус рә­үештә шул яҡҡа барғандыр). Әмәл­гә ҡалғандай, ул ҡапҡа төбөндә нимә менәндер булыша ине, малайҙарын да эйәртеп алған. Береһе минән күпкә ҙурыраҡ, икенсеһе – бәләкәйерәк.

Илһам башта албырғап ҡалды, ә аҙаҡ шул тиклем шатланды. Әйҙүкләп, ихатаға саҡырҙы. Уның күҙҙәрен күрһәгеҙ! Осҡондар сә­сәме ни! Унда ни тиклем йылылыҡ, шатлыҡ сағылғанын аңлатырлыҡ түгел. Ә атайымдың әсәйгә бер ва­ҡытта ла улай ҡарағанын иҫләмәйем...

Күрәһең, Илһам әсәйемде ғүмер буйы яратҡан, йылы тойғоларын һаҡлаған. Уның әсәһе лә беҙҙе йылы ҡаршы алды. Иҫемдә, ҙур баҡсала, алмағастар аҫтында ултырҙыҡ, күмәкләп сәй эстек. Емештәрҙән ауыҙ иттек. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.

Икенсе көндә иһә Илһам беҙҙе йылға буйына саҡырҙы, бергәләп уның улдары менән һыу индек, тәмлекәстәр менән һыйландыҡ. Ҡатыны был ваҡытта ҡайҙа булғандыр, әйтә алмайым. Беҙ ни, бала-саға, уйындан бушаманыҡ, әсәй менән Илһамдың яр буйында оҙаҡ әңгәмәләшеп ултырғаны иҫтә.

Аҙаҡ беҙҙе атайым килеп алды, тормош һәүетемсә дауам итте. Әсәйемдең оҙаҡ ҡына моңһоула­нып йөрөгәнен, кистәрен, бер кем күрмәгәндә, күҙ йәштәрен һөрткә­нен дә күргәнем булды. Ул да, күрәһең, Илһамды ғүмер буйы яратҡандыр, шул уҡ ваҡытта уның менән ташлашыу ҙа – фәҡәт әсәйҙең ҡарары.

Бына хәҙер яҡыным донъяла юҡ, ә иҫән сағында был үкенесле мөхәббәт тарихы тураһында һорар­ға ҡыймай инем. Йәл, уй-кисе­реш­тәрен үҙе менән алып китте. Ҡайһы саҡта үҙемде әсәйем урынына ҡу­йып ҡарайым – уның кеүек, мөхәб­бәттән баш тарта алыр инемме? Үҙемсә юҡ тип уйлаған булам...”

Бына ошондай моңһоу мөхәббәт тарихын бәйән итте Дилә. Һайлау форсаты булғанда, әлбиттә, ҡарар­ҙы һәр кем үҙе ҡабул итә. Әммә нисек хаталанмаҫҡа һәм ғүмер буйы ғазап утында янмаҫҡа һуң? Был һорауға яуап бармы, дуҫтар?

Фото: the-wedding.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: