Юбилей кисәһендә актриса Римма Ҡаһарманова "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.
Иң сағыу актрисаларҙың береһен Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй һәм сит илдәр тамашасыһы ла яратып өлгөрҙө. Римма Ҡаһарманованы "Бәхет хаҡы" (Заһиҙә), "Ҡара йөҙҙәр" (Ғәлимә), "Йот" (Сауле), "Бөйрәкәй" (Барсынбикә) һәм театр репертуарындағы башҡа бик күп спектаклдәрҙә күрергә мөмкин.
Шулай уҡ юбилей кисәһендә танылған актер Алмас Әмиров – Салауат Юлаев ордены, актриса Минзәлә Хәйруллина – "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы, актриса Айһылыу Йомағолова – "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы", режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев – "Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре", кинорежиссер һәм маркетинг һәм реклама бүлегенең баш белгесе Руслан Юлтаев "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде.
Фото: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының социаль селтәрҙәге төркөмөнән.
Оҡшаш темалар:
"Ҡыҙҙарына спектакль исемен ҡушҡандар"
"Муллаян Һөйәрғоловҡа – 90 йәш"