Бөтә яңылыҡтар
10

Актриса булмаһа, кем булыр ине?..

Уның менән әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. 

Актриса булмаһа, кем булыр ине?..
Актриса булмаһа, кем булыр ине?..

Был актрисаны театр сәнғәтен яратҡандар бик тә яҡшы белә. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Эльвира ЮНЫСОВА 40 йылдан ашыу ғүмерен бер театрға – ғүмерлек мөхәббәте булған Башҡорт дәүләт академия драма театрына бағышлаған, һәм әле лә дәртләнеп ижад итә. 2025 йыл – Эльвира Әхтәм ҡыҙы өсөн юбилей йылы, ул 65 йәшен билдәләне. Иртәнән һуңға, 29 мартта, яратҡан театры сәхнәһендә актрисаның юбилей бенефисы уҙа. Күренекле сәхнә оҫтаһы менән гәзитебеҙгә ҙур әңгәмә ойошторҙоҡ.

– Эльвира апай, һеҙ бит бала саҡта музыка мәктәбендә уҡығанһығыҙ, унан сәнғәт училищеһының фортепиано бүлегендә белем алғанһығыҙ. Һөнәрегеҙҙе, тимәк, музыка менән бәйләргә уйлағанһығыҙ? Ә актриса булыу тарихы?..

– Мин Сибайҙа тыуып үҫтем. Мәктәптең 1-се класын бөткәс, музыка мәктәбенә бирҙеләр. Унда ете йыл уҡыйһың бит инде. Шулай итеп, урта мәктәптең 8-се класын тамамлағанда, музыка мәктәбендә лә уҡып бөттөм. Унан Өфөгә, сәнғәт училищеһының музыка теорияһы бүлегенә уҡырға индем. Дүрт йылда уҡыуымды тамамлап, диплом алдым, ә аҙаҡҡы курсты мин инде сәнғәт институтында уҡыу менән бергә алып барҙым. Шулай итеп, 11 йыл буйы мин музыканы өйрәндем, профессиональ музыкант һөнәренә эйә булдым.

Бәләкәйҙән классик музыканы тыңлап, өйрәнеп, уйнап үҫеү миңә актерлыҡ һөнәремдә лә ныҡ ярҙам итте. Кескәй саҡтан моң менән үҫкән кешенең тәбиғәткә, тормошҡа ҡарашы, кешеләр менән мөнәсәбәте бөтөнләй икенсе була. Уның күңеле нескәрәк, тойомлауы башҡараҡ, матурлыҡты күрә белә, һиҙгер йәнле була. Әйткәндәй, бер уңайы сыҡҡанда ата-әсәләргә әйтер инем: балаларҙы музыка мәктәбендә уҡытырға кәрәк. Бала музыка менән бергә үҫһен ине! Ул бер ниндәй зыян килтермәй, тик файҙа ғына.

– Тәүге пианиноғыҙҙы иҫләйһегеҙме?

– Әлбиттә! Уны миңә 1-се класта уҡығанда уҡ һатып алдылар. Ныҡ ҡыйбат торғанын бөгөнгөләй иҫләйем – 550 һум ине! Әсәйемдең эш хаҡы ул саҡта 70-80 тәңкә булғандыр, күп булһа. Был 60-сы йылдар аҙағы була. Шуға ла тәүге музыка ҡоралымды кредитҡа һатып алдылар. Был миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәне: кредит алып тороп миңә, бәләкәс кенә ҡыҙыҡайға, шундай затлы пианино алып биргәстәре, яҡындарымдың ышанысын аҡларға тейешмен! Өйҙәрҙә бит пианино түгел, хатта күбеһенең телевизоры, һыуытҡысы ла юҡ заман.

Тиҫтерҙәрем рәхәтләнеп урамда уйнай, ә мин гаммалар ятлайым, иртәгәлеккә музыкаль пьесаны ла өйрәнергә кәрәк. Урта мәктәптән ҡайтам да артынса уҡ музыка мәктәбенә йүгерәм, унан ҡайтам да ике мәктәптән бирелгән дәрестәрҙе әҙерләйем, киске сәғәт 11 булып китә торғайны. Әсәйемә зарланып илайым: “Кәрәкмәй, йөрөмәйем, мин бит тышҡа сығып уйнай ҙа алмайым!” – тип. Әсәйем – уҡытыусы, мәктәп директоры, ныҡ талапсан, минең был еңмешлеккә иғтибар итмәй. Ә пианино инде минең бар икеләнеүҙәрҙе юҡҡа сығарҙы. Шулай итеп, музыка мәктәбен тамамланым, артабан юл – сәнғәт училищеһына, унан – институтҡа. Ҡыҫҡаһы, минең һөнәри юлым билдәләп ҡуйылғайны – музыкант булыу. Тора-бара үҙемә лә музыка менән шөғөлләнеү ныҡ оҡшап киткәйне: Чайковский, Бетховен, Бах, Рахманиновты уйнайым бит! Шулай ҙа эстә... актриса булыу хыялы йәшәй ине. Сибайҙа театрға йөрөй торғайныҡ. “Һинд ҡыҙы” тигән спектакль айырыуса иҫтә ҡалған. Ундағы матур кейемдәр, бейеү, йыр!.. Әкиәти донъя булып тойола, ауыҙҙы асып ҡарайым. Шул ваҡыттарҙа тыуҙы инде миндә ул хыял – театрға хеҙмәт итеү. Теләгемде иң төпкә йәшереп ҡуйҙым, берәүгә лә, хатта әсәйемә лә әйтмәнем...

(...)

– Йәш кенә көйө билдәле, абруйлы ижади состав менән бергә данлыҡлы коллективта эшләй башлаған осороғоҙ ниндәй булып хәтерегеҙҙә һаҡлана?

– Театрға 1983 йылда курсташтарым менән бергә килеп индем, бына 40 йылдан ашып та киткән, баҡһаң. Яратҡан театрым – ул минең икенсе йортом, хатта ҡайһы берҙә беренсеһенә лә әйләнеп китә ул. Ул саҡта олуғ сәхнә оҫталары менән ижад итеү бәхете яҙҙы. Зәйтүнә Бикбулатова, Гөлли Мөбәрәкова менән бер сәхнәлә уйнаныҡ, Зәйтүнә апай менән хатта бер гримеркала ултырырға тура килде. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы, Зинира Атнабаева, Роза Кәримова, Шамил Рәхмәтуллин, Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллиндар беҙ театрға килгәндә әле йәштәр ине, уҙа барһа, 40-тан саҡ үткән саҡтары булғандыр, ә Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаевалар уларҙан да йәшерәк ине.

Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов беҙҙе беренсе курстан уҡ күмәк сәхнәләргә ҡатнаштыра торғайны. Ә беренсе төп ролемде – “Хушығыҙ, хыялдарым!”да Гөлнәрисәне – уйнағанда мин 3-сө курста ғына инем әле, – тип хәтирәләрен барланы әңгәмәләшкәндә Эльвира Әхтәм ҡыҙы.

Интервьюның тулы вариантын гәзитебеҙ биттәрендә уҡырһығыҙ, дуҫтар! “Башҡортостан”лы булығыҙ!

Фото: шәхси архивтан.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: