Бөтә яңылыҡтар
10

Социаль етемлек мәсьәләһе ҡаралды

Башҡортостан ғаиләләр һәм балалар менән көрсөк мәлендә эште ойоштороуҙа ведомство-ара эшмәкәрлек мәсьәләләре буйынса уңышлы эш тәжрибәһе менән таныштырҙы.

Социаль етемлек мәсьәләһе ҡаралды
Социаль етемлек мәсьәләһе ҡаралды

Башҡортостан Түбәнге Новгородта “Ғаилә беренсе урында” округ форумында ғаиләләр һәм балалар менән көрсөктәге эштә ведомство-ара берлектәге эшмәкәрлек тәжрибәһен тәҡдим итте. Сарала 14 төбәктән 500-ҙән ашыу белгес һәм эксперт ҡатнашты. Форум Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров булышлығында үтте. Игорь Комаров әйтеүенсә, һуңғы өс йылда округта ата-әсә ғаризаһы буйынса социаль-реабилитация үҙәктәренә урынлаштырылған 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар һаны ун процентҡа кәмегән. Туғандары ғаиләләренә опекаға бирелгән балалар һаны 14 процентҡа артҡан.

– Округ буйынса үҙ ғаиләләренә һәм туғандарына ҡайтарылған балалар өлөшө түбән булып ҡала – 43 процент. Яңынан учреждениеларға эләккән балалар һаны кәмемәй, бындай осраҡтар булырға тейеш түгел. Тимәк, иҫкәртеү саралары тағы ла һөҙөмтәлерәк булырға тейеш. Бының өсөн махсуслаштырылған проекттарҙы киңәйтергә, алкоголгә бәйлелек тыуған ата-әсәләргә ярҙам итергә, көрсөктәге ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам ҡулы һуҙырға, балалар психикаһы тураһында улар менән һөйләшергә, белгестәргә сифатлы белем бирергә һәм ғаиләлә тәрбиәләү хеҙмәттәрен арттырырға  кәрәк, – тип билдәләне Игорь Комаров.

Башҡортостан ғаиләләр һәм балалар менән көрсөк мәлендә эште ойоштороуҙа ведомство-ара эшмәкәрлек мәсьәләләре буйынса уңышлы тәжрибәһе менән таныштырҙы. Республикалағы комплекслы эш етемдәр һәм ҡарауһыҙ ҡалған балалар өсөн учреждениеларҙағы биналар һанын алты йыл эсендә ике тапҡырға ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирҙе. 2020 йылдан алып етемдәр өлөшө 22 процентҡа, ә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн приюттар һаны 38-ҙән 31-гә тиклем кәмене.

Уңышлы проекттарҙың араһынан Өфөнән яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән “Тынлыҡ көнө” билдәләнде. Һөҙөмтәлә 200-ҙән ашыу сабый ғаиләлә һаҡлап ҡалынды. 2025 йылдан илдә “Ғаилә” милли проекты старт алды. Ул бынан алдағы “Демография” милли проектын үҫтерәсәк һәм илдә тыуымды арттырыуға һәм ярлылыҡты кәметеүгә йүнәлтеләсәк.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

Социаль етемлек мәсьәләһе ҡаралды
Социаль етемлек мәсьәләһе ҡаралды
Социаль етемлек мәсьәләһе ҡаралды
Социаль етемлек мәсьәләһе ҡаралды
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: