Бөтә яңылыҡтар
10
Ҡырағай мөхит
27 Март , 22:50

Айыуҙар ҡалаға килеп еткән

Уларҙы бында нимә йәлеп итә? 

Айыуҙар ҡалаға килеп еткән
Айыуҙар ҡалаға килеп еткән

Межгорьела бер түгел, дүрт айыуҙың йөрөгәнен күреп, видеоға төшөрөп алғандар. Уларҙың унда ҡала буйлап иркен баҫып йөрөгәне күренә. Был турала “Башинформ”ға урындағы халыҡ хәбәр иткән.

“Башинформ” Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығына был хәлгә аңлатма биреүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. “Айыуҙар яҡындағы Көньяҡ Урал заповеднигынан килгән” тип яуаплағандар ведомствонан. Ҡышҡы йоҡоһонан һуң улар аҙыҡ эҙләп тораҡ пункттарға яҡынлаша.

“Ҡырағай януарҙар аҙыҡ еҫен алыҫтан уҡ һиҙә. Шуның өсөн контейнерҙарға аҙыҡ ҡалдыҡтарын ташлаған хәлдә, еҫе сыҡмаһын өсөн мешоктың ауыҙын нығытып бәйләргә кәрәк. Эт менән бесәйҙәрҙе лә йорттар янында ашатмаҫҡа кәңәш ителә”, – тип аңлатма биргән министр урынбаҫары Камил Биргулиев.

Сүп-сар өйөмдәре, аҙыҡ-түлек келәте, емтектәр, ашлыҡ сәселгән баҫыуҙар айыуҙарҙы йәлеп итә. Шуның өсөн кешеләргә ундай урындарҙан йырағыраҡ йөрөргә кәңәш итәләр.

Шулай уҡ шырлыҡ, йығылған ағастар янында ла һаҡ булыу кәрәк. Урманда тауышланып, үҙегеҙҙең барлығығыҙҙы белдереп йөрөгөҙ, януарҙарҙы һыйларға маташмағыҙ. Йыртҡыс менән осрашҡан хәлдә, уға арҡағыҙ менән әйләнмәй ипләп кенә артҡа китегеҙ.

Мәғлүмәт: Башинформ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: