Бөтә яңылыҡтар
10

Хәүефле миҙгел тыныс үтһен өсөн

Урман янғындарын һүндереү буйынса уҡыу үтте. 

Хәүефле миҙгел тыныс үтһен өсөн
Хәүефле миҙгел тыныс үтһен өсөн

Учалы районында урман янғындарын һүндереү буйынса төбәк-ара уҡыу һәм янғын хәүефле миҙгелгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үтте. Урман хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, бындай саралар ”Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына өлгәшеү өсөн үткәрелә.

“Һуңғы йылдар күрһәтеүенсә, һауа торошон күҙаллау бик ауыр: йә ҡоролоҡ, йә бөтмәҫ ямғырҙар. Шуға күрә беҙ бөтә көтөлмәгән хәлдәргә лә әҙер. Алдағы миҙгелгә бурысыбыҙ: урман фондында яныу майҙанын кәметеү һәм уттың тораҡ пункттарға һәм иҡтисад объекттарына күсеүенә юл ҡуймау”, – тине Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Кәңәшмәлә етеп килгән янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлектең төп саралары, урман янғындарын һүндереү өсөн төрлө хеҙмәттәрҙең хеҙмәттәшлеге һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Артабан урмандағы янғындарҙы һүндереү өсөн кәрәк булған техника ҡаралды, бынан һуң сарала ҡатнашыусылар тактик күнекмә үткәреү урынына юлланды.

Сценарийға ярашлы, патруллек иткән саҡта участка урмансыһы урманда ут сыҡҡан урынды күреп ҡала. Был ерҙән йыраҡ түгел урында газ үткәргес һәм электр үткәргесе урынлашҡаны асыҡлана. Шартлы янғын ваҡытында һауа торошо боҙолоп китә һәм уттың күрше Силәбе өлкәһенә күсеү хәүефе барлыҡҡа килә. Ошоға бәйле оператив штаб күрше төбәктән өҫтәмә көстәр һәм саралар йәлеп итергә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә шартлы янғын һүндерелә. Уҡыуҙарҙа 41 кеше һәм 15 берәмек техника ҡатнашҡан. Төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә ыңғай баһа бирелгән.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Урман хужалығы министрлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: