Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
30 Март , 14:00

Байрам ялдары күңелһеҙ хәбәр менән боҙола

Велосипедсы һәм мопедсы һәләк булған...

Байрам ялдары күңелһеҙ хәбәр менән боҙола
Байрам ялдары күңелһеҙ хәбәр менән боҙола

Изге байрам ялдары күңелһеҙ хәбәрҙәр менән боҙолдо. Кисә республика юлдарында бер нисә үлемесле авария теркәлде. Тәүгеһе Күгәрсен районында була. 27 йәшлек ир “Альфа” мопедында юлдан ситкә оса һәм электр бағанаһына бәрелә. Алған йәрәхәттәренән ул ваҡиға урынында йән бирә. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.

Икенсе авария Туймазы ҡалаһында кис була. Совет урамында велосипедта китеп барған кешене тапаталар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 36 йәшлек Туймазы районында йәшәгән кеше “Кио Рио” автомобилендә 41 йәшлек велосипедсыны төкөтә. Ул юлға сыҡҡан булған.

Авария һөҙөмтәһендә ир ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән. Был хәл буйынса тикшереү башланған.

Көндәр йылытып юлға ике тәгәрмәсле транспорт сығып өлгөрмәне, үлемесле авариялар башланды. Велосипед-мотоциклдарҙа йөрөү - ҙур хәүеф сығанағы. Айырыуса бәләкәй балалар һәм үҫмерҙәр өсөн. Һаҡ булырға саҡырабыҙ. Машина водителдәренә лә иғтибарлы булырға һәм тиҙлектәрен контролдә тоторға саҡырабыҙ.

Фото: ГАИ. 

 

Байрам ялдары күңелһеҙ хәбәр менән боҙола
Байрам ялдары күңелһеҙ хәбәр менән боҙола
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: