Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
19 Март , 16:45

"Беҙҙе ит етештерергә өйрәтергә кәрәкмәй"

Роман Костюк ауылдарҙа малсылыҡты киңәйтергә тәҡдим итә.

"Беҙҙе ит етештерергә өйрәтергә кәрәкмәй"
"Беҙҙе ит етештерергә өйрәтергә кәрәкмәй"

“Башҡортостан – ит яратыусылар төбәге, беҙҙе был продукцияны етештерергә өйрәтеү кәрәкмәй, үҙебеҙҙән бай тәжрибә өлгөләре алырға була”, – ти Һыйыр ите етештереүселәрҙең милли берләшмәһе генераль директоры Роман Костюк.

– Тәбиғәтебеҙ, халҡыбыҙҙың тарихы үҙе үк күрһәтеп тора: ит етештереү беҙгә ген кимәлендә һалынған, – ти ул. – Шуға ла ит малсылығы менән элекке кеүек ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк. Ауылдарыбыҙҙа тормош ҡайнап торһон өсөн дә мөһим был. Ә урындағы халыҡта мал көтөү, ит етештереү йәһәтенән мөмкинлек тә, быуындан-быуынға тапшырыла килгән тәжрибә лә етерлек.

Башҡортостан өсөн бындай эш отошло буласаҡ, Рәсәйҙең сит илдәрҙән һыйыр ите алыуға (йыл һайын 300 мең тонна) мохтажлығын кәметәсәк. Донъя тәжрибәһен файҙаланып, көтөүлектәрҙе тергеҙеү, эре мөгөҙлө малды 1,5 тапҡырға арттырыу мөмкинлегебеҙ бар.

Мәҫәлән, тотош Америкала ете ҡеүәтле ит холдингы эшләй, уларҙа 700 мең самаһы мал үҫтергән фермер теркәлгән. Ошо предприятиеларҙы 100 меңләп ваҡ етештереүсе хеҙмәтләндерә: улар мал һуйып, итте эшкәртеп бирә. Ошондай тәжрибәне Башҡортостанда ла ҡулланып ҡарарға мөмкин.

Фото: "Республика Башкортостан" гәзитенән.      

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: