Кисә Башҡортостанға Мәскәүҙән экстрасенстар шоуында ҡатнашҡан өс кеше килгәйне. Александр Шепс, Виктория Райдес, Артем Краснов Шаран районының Йәммәт ауылына һынауға юлланды. Бөгөн унда киләһе тапшырыуҙар өсөн эпизодтар төшөрәләр.
Был хаҡта белеп ҡалғас, бер йыл элек Өфөлә эҙһеҙ юғалған 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовтың әсәге Гүзәл дә улар артынан бара. Урында ҡатын күҙ йәштәре аша машинаға ултырырға йыйынған Артем Красновтан ярҙам һорап ялбара, әммә егет әсәне тыңламай, үҙ юлы менән китә, тип яҙа «Өфө1».
Ҡатын башҡа экстрасенстарҙы көтөп тормаҫҡа була. Улар ҙа ярҙам итмәйәсәк, тип иҫәпләй ул.
Хәтергә төшөрәйек, былтыр 30 мартта ике дуҫ - 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов һәм 13 йәшлек Павел Паличев Өфө ҡалаһында Ағиҙел буйындағы паркка йөрөп килергә китә. Шул мәлдән улар эҙһеҙ юғала, ерҙә биштәрҙәре, һуңынан һыуҙа береһенең аяҡ кейеме табыла. Ҡотҡарыусылар 26 майҙа Павел Паличевтың кәүҙәһен таптылар. Дамирҙы иһә йәй, көҙ буйы эҙләнеләр. Ҡыш етәрәк эҙләүҙе туҡтатып торҙолар. Тиҙҙән эште ҡабаттан башлаясаҡтар.
Гүзәл әйтеүенсә, Дамирҙың атаһы, ҡайғыны күтәрә алмайынса, вафат булған.
Фото: Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығы.