Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
27 Март , 08:30

Ғәжәп хәл: китап уҡырға яратыусылар арта

Халыҡ интернеттағы ышанырғамы-ышанмаҫҡамы белмәгән, хатта йыш ҡына туҙға яҙмаған хәбәрҙәрҙән ялҡа башланы.

Ғәжәп хәл: китап уҡырға яратыусылар арта
Ғәжәп хәл: китап уҡырға яратыусылар арта

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) үткәргән тикшеренеүҙәргә ярашлы, һорау алыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең яртыһы һуңғы өс айҙа ниндәй ҙә булһа китапты уҡыған. Һүҙ әҙәби һәм фәнни-популяр баҫмалар тураһында бара. Әгәр ҙә 2013 йылда үҙенең ялы ваҡытында китап уҡығандар Рәсәйҙә 47 процент тәшкил итһә, 2024 йылда был күрһәткес 57 процентҡа еткән.

“Бының сәбәбе – социаль медиа күренешенән ялҡа башлау”, – ти Дәүләт идара итеү университиеты ректоры кәңәшсеһе, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Сергей Чуев. – “Был медианың бер өлөшө ялған булып сыҡты, ә бер өлөшө һис кәрәкмәгән мәғлүмәт менән ваҡытты ғына ала. Ә китапҡа материалды үҙ өлкәһендәге белгес, һүҙ оҫтаһы һала һәм быны системалы, аңлайышлы рәүештә эшләй. Етмәһә, китап та үҙ бирелешен үҙгәртә – электрон һәм аудио китаптар барлыҡҡа килә”.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: