Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
24 Февраль , 17:00

“Ҡурай даны” телевизион премияһы тапшырыла

Һоҡланғыс замандаштарыбыҙҙың исемдәре “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Милли телевизион премияны тапшырыу барышында билдәле булыр. Сара 15 мартта, киске сәғәт 7-лә башлана.

“Ҡурай даны” телевизион премияһы тапшырыла
“Ҡурай даны” телевизион премияһы тапшырыла

Сара 15 мартта киске сәғәт 7-лә башлана, тип хәбәр итә “Ҡурай-ТВ”.

«Ҡурай даны» телевизион наградаһы 2018 йылда «Башҡортостан» ТРК-ның «Ҡурай-ТВ» музыка-күңел асыу каналы башланғысы менән булдырылды. Эштәрендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау, шулай уҡ туған телебеҙҙе, боронғо һәм заманса мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалау, һаҡлау һәм популярлаштырыу, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен үҫтереү – телевизион премияның төп маҡсаттары ошо. Ул тиҙ арала билдәлелек яулап, каналдың иң әһәмиәтле проекттарының береһенә әүерелде.

Награда ниндәйҙер өлкәлә уңыштарға өлгәшкән, абруй яулаған үҙ эшенең ысын оҫталарына, кәсепселәргә, ауыл хужалығы эшсәндәренә, эшҡыуарҙарға, күп балалы ғаиләләргә, ижади лидерҙарға бирелә.

2024 йылда телепремияға тамашасылар тәҡдим иткән 27 замандаш дәғүә итте. Был юлы «Ҡурай даны» милли телепремияһы алты номинацияла уҙғарыла: «Ер кешеһе», «Эшенең оҫтаһы-кәсепсе. Ҡатын-ҡыҙҙар», «Эшенең оҫтаһы-кәсепсе. Ир-егеттәр”, «Иң яҡшы ауыл фельдшеры», «Киң күңелле ғаилә», «Иң яҡшы ауыл хакимиәте башлығы».

Үткән йылда БЮТ һәм "Ҡурай-ТВ" телеканалдарында дәғүәселәрҙең һәр береһе менән таныштырған тапшырыуҙар эфирға сыҡты. Аҫыл таштар менән биҙәлгән «Ҡурай даны» көмөш миҙалына кемдәр лайыҡ булыр? Быныһын инде Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ингән баһалама комиссияһы билдәләй.

Ойоштороусылар барыһын да 15 мартта киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залына, “Ҡурай даны” милли телевизион премияны тапшырыу тантанаһына саҡыра. Рәсүл Ҡарабулатов, Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Иҙел Нурғәлин, Айгөл Һағынбаева, Заһир Иҫәнсурин, Артур Туҡтағолов, «Рух» һәм «Бишбармаҡ» төркөмдәре ҡатнашҡан сара һәр тамашасы һәм ҡатнашыусының күңеленә хуш килер. Үҙенсәлекле мөхит хөкөм һөрә торған байрамға рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Фото: “Ҡурай-ТВ”.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: