Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
25 Март , 09:00

Исламға фатир бүләк итергә... онотҡандар

Террорсылар һөжүм иткәс, 15 йәшлек малай 100-ҙән ашыу кешене ҡотҡарған ине. Уға батырлығы өсөн миҙал тапшырҙылар, яратҡан футбол клубына экскурсия ойошторҙолар, миллион һум аҡса бүләк иттеләр...

Исламға фатир бүләк итергә... онотҡандар
Исламға фатир бүләк итергә... онотҡандар

Былтыр 22 мартта Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһындағы «Крокус Сити Холл» концерт залында тамаша башланыр алдынан автоматтар менән ҡоралланған дүрт террорсы кешеләргә һөжүм иткәйне. 145 кеше һәләк булды, күптәр йәрәхәттәр алды. Әммә ҡасып ҡотолғандар ҙа байтаҡ булды. Был эштә ошо концерт залы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә.

Шуларҙың береһе 15 йәшлек һигеҙенсе класс уҡыусыһы Ислам Хәлилов ине. Гардеробта эшләгән үҫмерҙең аныҡ, дөрөҫ ғәмәлдәре арҡаһында 100-ҙән ашыу кеше хәүефһеҙ урынға эвакуациялана. Ислам бинанан иң һуңғыларҙан булып сыға. 

Ҡыйыу үҫмерҙе аҙаҡтан алҡыштарға һәм бүләктәргә күмделәр. Уны хатта Рәсәй Дәүләт Думаһына саҡырып, үҙе теләгән Рәсәй вузында уҡыуға грант тапшырҙылар.

Исламдың ата-әсәһе Урта Азиянан. Ғаилә Мәскәү янындағы төрлө ҡалаларҙа йәшәй. Малай 14 йәшенән туғандарына ярҙам итер өсөн буш ваҡытында эшкә төшә. Теракт ваҡытындағы батырлығы өсөн Хәлиловтарға ваҡытлыса йәшәр өсөн ике бүлмәле фатир бүләләр. 

Ә бер йыл элек блогерҙар һәм йәмәғәтселәр уға фатир бүләк итергә йыйынғайны. Әле был ғәмәл тормошҡа ашырылмаған. Вәғәҙә ителгәндең бер йылы үтте, тағы ике йылы ҡалдымы икән?..

Фото: видеонан скриншот (Ruptlytv)

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: