Яңыртылған мәғлүмәттәр буйынса, былтыр Башҡортостандан 348,6 миллион доллар хаҡҡа 666,3 мең тонна агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортҡа ебәрелгән. Был 2023 йылға ҡарағанда 6,7 процентҡа күберәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысына ярашлы булдырылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") тормошҡа ашырыла башлағандан алып, дөйөм күрһәткес өс тапҡырға артҡан. Билдәле булыуынса, был эш сит илдәргә экспорт ташыуҙарын күбәйтеүгә йүнәлтелгән.
Республика агросәнәғәт комплексы продукцияларын халыҡ-ара баҙарҙарға сығарыу быйыл да дауам итә. “Тәү сиратта ислам илдәренә ебәреү хаҡында һүҙ бара, – тине был йәһәттән Өфөлә күптән түгел уҙған агросәнәғәт форумында ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов, “Агросәнәғәт комплексында хәләл индустрияһын формалаштырыу мөмкинлектәре – ислам донъяһы илдәренә экспортты арттырыу” секцияһында сығыш яһап. Һөйләшеүҙә хәләл аҙыҡ-түлек менән тышҡы баҙарға сығырға теләгән, шулай уҡ был йәһәттән тәжрибәһе булған ауыл хужалығы етештереүселәре ҡатнашты.
“Роскачество-Хәләл” сертификатлау буйынса орган етәксеһе, Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының хәләл тауарҙарҙы үҫтереү буйынса департаменты директоры Илнур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, илебеҙҙә хәләлде сертификатлау буйынса 60-тан ашыу орган бар һәм, законға ярашлы, уларҙың барыһы ла Федераль аккредитациялау хеҙмәтендә теркәлергә тейеш. Беҙҙең аҙыҡ-түлекте тышҡы баҙарҙарға сығарыу өсөн, уларҙың мосолман илдәре талаптарына ярашлы булыуы шарт.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.