“Бер һөйгәнем өсөн...”
МХО-лағы улынан хәбәр килмәй башлағас, уны эҙләп үҙе юлға сыға. Мөрәжәғәттәр һаман да яуапһыҙ. Кәүҙәһе юҡ, эҙләмәйенсә, осона сыҡмайынса, нисек был хәлгә күнһен Фәимә? 2022 йылдан алып улын эҙләүен дауам итә. Ул яҡтарға нисек инде буш ҡул менән, буш машина менән бараһың инде тип уйлап, яҡташ хәрбиҙәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора башлай. Алһыу һеңлеһе лә, ҡустыһы юғалғас, уны табам тигән өмөт менән МХО-ға юллана. Әлеге мәлдә ул Луганск хәрби часында медпункт начальнигы булып эшләй. Фәимә үҙе гуманитар ылыу менән ул яҡҡа ун ике тапҡыр барып ҡайттҡан. Ике ай, ай ярым һайын барып әйләнә ул туптар шартлаған яҡҡа.
– 2024 йылдың авгусында Донецк ҡалаһы яғына юлланғанда ҡурҡыныс шартлауҙар ишетеп, “Юҡ, башҡа йөрөмәҫмен” тип ҡайтҡайным, директорыбыҙ Илнур Рифат улы Сәлихов, "ГАЗель" машинаһы әҙер, бергәләп барайыҡ тигәс, кире йыйына башланым. Шулай уҡ 308-се башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Фәйрузә Рәис ҡыҙы Мөсәбирова һәм коллегаларым, ата-әсәләр, дуҫтарым, волонтер үҙәктәре тиҙ арала машинаны тултырып та ҡуйҙы. Быға хәтлем үҙемдең машинам менән дә, Тимерйән Рәжәпов етәкләгән гуманитар ылауҙы оҙатып та бара инем, – ти Фәимә ханым.
Фәимәнең тормош иптәше Фәнис Ишморатов 2000 йылда “Курск” һыу аҫты кәмәһендә һәләк булғайны. Данис улын ул яңғыҙы тәрбиәләгән. Фәимә Ғибат ҡыҙы үҙе эшләгән Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияла маскировкалау селтәрҙәре үреү станогын ултыртыуға ирешә. Был станок афған ветерандары ярҙамы менән эшләнелә. Бөтә коллектив бушаған арала маскировкалаусы селтәрҙәр үрә. Кәрәкле материалдар волонтер үҙәктәре һәм үҙ аҡсаһына һатып алына. Уны Матбуғат йортондағы станокка алып килеп егеттәрҙән таҫмаларға ҡырҡтырып ала. Ошо ярҙамды ойошторған өсөн айырыуса республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Хәсән улы Дәүләтбәковҡа рәхмәтле ул.
– Фәнис вафат булғас, ирем, ғаиләбеҙ хаҡында матбуғатта бик күп яҙҙылар. Артыҡ иғтибарҙан ҡасып, ғаиләмде ҡурсалайым тип, ҙур ҡалаға йәшәргә күстем. Минең турала онотоуҙарын теләнем. Ҡайҙа икәнлегемде берәү ҙә белмәне. Шулай итеп, Данисым баш ҡалала үҫте. Оло ҡайғыны онотоу йәһәтенән, балалар баҡсаһында кескәйҙәр менән эшләй башланым. Хәҙер гимназия-интернатында, бер үк ваҡытта балалар баҡсаһында ла эшләүемде дауам итәм. Иремдең иҫтәлеген һаҡлау өсөн республика мәктәптәре уҡыусылары менән осрашыуҙарға, төрлө сараларға йөрөйөм. “Улымды ла атаһының өлгөһөндә тәрбиәләнем”, – ти Фәимә.
Улының киләсәген 5-се класта уҡығанда уҡ журналист буласаҡ тип күҙаллай. Данис Мәскәү балалар телевидение мәктәбенә уҡырға инә һәм 11-се класҡа тиклем шунда шөғөлләнә. Әсәһенең: “Ирҙәр һөнәрен һайла, журналист булырға өлгөрөрһөң”, – тигәнен тотоп, Данис Башҡорт дәүләт аграр университетының ер төҙөлөшө һәм кадастрҙар факультетына уҡырға инә һәм уңышлы тамамлап сыға. Дипломын әсәһенең алдына һала ла, ун көн эсендә йыйынып, атайымдың юлынан китәм тип, Тажикстанға контракт буйынса хеҙмәткә юллана. Өйләнеп өлгөргән улының был ҡылығы башҡа һыймаҫлыҡ тойолһа ла, ҡабул итә Фәимә. Уның: “Хәрби хеҙмәт ныҡ оҡшай, ниңә иртәрәк килмәгәнмен”, – тиеүе лә әсәнең күңелен тынысландыра. МХО башланыр алдынан Данисты ялға ҡайтаралар. Ул Башҡортостанда саҡта Тажикстандан МХО-ға юлланған хеҙмәтәштәре дошман һөжүменә эләгә. Шул ваҡытта Данис үҙ ҡарарын әйтә: “Мин егеттәр өсөн барырға тейешмен, кире күндерәм тип маташмағыҙ!” Әсәһенең ялбарыуын күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә егет. Данис иптәштәрен ташламай, хәрби дуҫтарына тоғро ҡала. Унда барғас та әле: “Үҙеңде ғәйепләмә, әсәй, был – минең үҙем һайлаған юл, – тип шылтырата. – Ялдан һуң, учебкаға барып ҡайҡас, командир итеп тәғәйенләргә тейештәр”, – тигәненән һуң бәйләнеш өҙөлә.
Мөхәббәт
Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡығанда ярыштарға бергә йөрөгәндә яҡынлашып китәләр буласаҡ ире, Данистың атаһы Фәнис менән. Саңғы, йүгереү буйынса күнекмәләргә бергә сыға торған булалар. Ҡыҙыҡай өшөмәһен өсөн термоста сәй алып килеп, саңғыларын тотошоп, үҙенең ысын ир-арыҫланы икәнен күрһәтә Фәнис. Ике йәшкә өлкән егет мәктәпте тамамлағас та хеҙмәткә алына. Унан алда ҡыҙҙы ата-әсәһе менән таныштыра. Фәимәне туғандары килен итеп ҡабул итә. Ике йыл хатлашҡандан һуң, йәш йөрәктәргә бергә булырға форсат сыға. Өйләнешәләр. Улдары Данис тыуа. Фәнис контракт буйынса хеҙмәт итергә киткәнендә ғаиләһен дә ала.
– Бәләкәй генә Видяево ҡасабаһында барыһы менән дә дуҫлашып, ҡатнашып йәшәнек, ғаиләләрен белдем. Шуларҙың бөтәһенең бер көндә юҡ булыуын ҡыйын кисерҙем. Донъяла үҙемде яңғыҙ тороп ҡалған кеүек хис иттем. Егерме дүрт йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, әле булһа ла 118 хәрбиҙең һәр береһе күҙ алдымда, – тип хәтирәләргә бирелә Фәимә.
23 йәшлек кенә ҡыҙҙың башына ябырылған ҡайғы йырып сыҡҡыһыҙ булып тойола. Балаһы хаҡына йәшәргә, уны атаһы кеүек ҡыйыу, илһөйәр итеп үҫтерергә ҡарар итә тол ҡатын.
Гуманитар ярҙам
Ул әле Рәми Ғарипов исемендәге 1-се интернат-гимназияла тәрбиәсе булып эшләй. Һалдаттарға кәрәк-яраҡ йөк менән юлда бер тәүлек самаһы баралар.
– Күп осраҡтарҙа руль артында – үҙем. Һеңлемдең нимәлер кәрәк тип әйтеүе була, тиҙ генә йыйынып юлға сығам. 1979 йылғы бер туған һеңлеһе Алһыуҙың ҡыҙы бар. “Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн”, “Һөнәри оҫталыҡ өсөн” Рәсәй кимәлендәге, республикабыҙҙың Шайморатов миҙалы менән наградланған. Ял ваҡытында апаһы эшләгән гимназияға килеп, осрашыуҙар үткәреп китә Алһыу. Фәимә үҙе лә һеңлеһенең эргәһенә барам тип, һуңғы ике йыл эсендә психолог, кесе шәфҡәт туташы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Алһыуҙың: “Данис ҡайтһа, уны ҡарарға, ярҙам итергә кәрәк буласаҡ, бында килһәң, китә алмаҫһың, минең бында булғаным да еткән”, – тиеүе әлегә туҡтата. Улының: “Әсәй, ошо хәлде атай белһә, нимә тип әйтер ине икән? Әсәй, һөйлә әле атай тураһында”, – тигән һүҙҙәре ҡолағында әле һаман яңғырап киткәндәй Фәимәнең.
– Күҙ ҡараһы һымаҡ ҡына һаҡлаған баламдың юғалыуын ауыр кисерәм... Шуның өсөн дә һалдат әсәләренә, ҡатындарына, туғандарына ”Рәсәй Ҡыҙыл тәре” ойошмаһының төбәк бүлексәһендә волонтер-психолог вазифаһында ярҙам итәм. “Әсәй” тип өндәшһә, йөрәгем ярылып китә яҙа ине. Эй, улым, әйтмә әле улай, күп әйтәһең, ти инем. Йүгереп килеп инә лә һәр ваҡыт сәскә гөлләмәһе бүләк итер ине. Атаһы кеүек сюрприздар эшләргә яратты. Юнир Һағынбаевтың: “Тәгәрәне алмалай ғүмер” тигән йырын үҙем йырлап ебәргән булғанмын. “Әсәй, әйләндерәм дә шуны тыңлайым”, – тине. Әсәйҙе һағыныу ҙа моң тәьҫирен көсәйткәндер, күрәһең.
Алғы һыҙыҡта
– Йоҡоһоҙ төндәр, көнмө, төнмө икәнлекте онотаһың, ти һеңлем. Үҙенең ябайлығы, ярҙамсыллығы менән һеңлем хәрбиҙәр араһында оло абруй яулаған. Атайыма Данистың һуғышта икәнен әйтмәгәйнек. Кемдер ҡолағына төшөргән. Шунда уҡ биреште лә ҡуйҙы. 86 йәштә ине. Үҙе лә бит 6-7 йәштәр тирәһендә Бөйөк Ватан һуғышына киткән атаһын көтөп ала алмай. Ҡартатайым Йомағужа Туйсин һуғышҡа тиклем Баймаҡ районында балаларҙы ғәрәп теленә өйрәткән. Ул Бөйөк Ватан һуғышында яраланғандан һуң, Мәскәү госпиталендә вафат була һәм уның баҡсаһында ерләнгән. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай ул, ти торғайны үҙе лә. Һин дә мин йөрөгән атайымдың һаулығы ҡаҡшаны, бер ай эсендә һүнде, – ти Фәимә мәрхүм атаһын иҫләп.
Килене: “Данис та шулай итер ине”, – тип Фәимәне ҡәҙер итергә тырыша, байрамдарҙа гөлләмәләр бүләк итә. Ә Фәимә үҙен тәүге көндән үк ҡулға ала. Аллаһы Тәғәләнең көс биреүенә инанған ул. Урманға сығып китә, тауҙарға менә, тәбиғәттә хәсрәте таралғандай тойола. Кешеләрҙән үҙен йәлләткеһе килмәй, ә, киреһенсә, бар көсөн уларға, ҡыйын хәлгә ҡалғандарға ярҙам итеүгә йүнәлтә.
– Тимерйән ағай Рәжәпов Луганск яҡтарына минән алда ла йөрөгән. Ниңә шул уҡ ваҡыттарҙа улым эргәһенә барманым икән, тип үкенәм. Киләм тиһәм – килмә, ти торғайны шул үҙе лә. Ниңә тыңланым икән, тим мин, – тип үкенә ҡатын.
Улының хеҙмәттәштәре әле лә: “Нисек ҡурҡмай бында килдегеҙ?” – тигән һорауҙы бирһә, Фәимә уларға: “Һеҙ ҡурҡмайһығыҙ бит”, – тип яуап бирә. – Старобельск, Миловатка яғына барҙыҡ, тағы алға ынтылдыҡ, юлдың ике яғында ла атылған бронемашиналар, тиҙ ярҙам машиналары... тәгәрәшеп яталар. Тамуҡҡа юл тигән уй үтте башымдан, – ти ул тәьҫораттары менән бүлешеп. – Апай, һеҙ ярҙам менән күп йөрөйһөгөҙ, Баймаҡ районынан бер егеткә барып, туҡталып, ял итеп китегеҙ, – тип үҙебеҙҙең бер яҡташ менән таныштыралар. Ә ул Фәимәнең ауылдашы полковник Илмир Алтынбаев булып сыға. Юлға сыҡҡандан алып барып еткәнсе уларҙы ҡурсалап, матур итеп ҡаршы ала. Юлсыларға хатта мунса яғып ҡуя. Яңыраҡ ҡына Илмирҙы Шайморатов ордены менән наградлауҙарын, уның өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен Фәимә тулҡынланып һөйләй:
– Илмир йылдан ашыу хәбәрһеҙ юғалған Белорет районы Шығай ауылынан ете бала атаһы Айрат Ғибатовты табыуҙа ла беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте. Батырыбыҙ тыуған еренә ҡайтарып ерләнде. Илмирға сикһеҙ рәхмәтлемен, – ти ул. – Луганск халыҡ республикаһының Штеровка ҡасабаһында легендар 112-се Башҡорт атлылары дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың һәйкәленә барған һайын туҡталам. Сөнки минең ҡартатайым Муллағәле Хәсәнов ошо дивизияла генерал Шайморатовтың адъютанты булған һәм һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан. Илнур Рифат улы Сәлихов менән дә был урында булырға форсат тейҙе. Егеттәргә маскировкалаусы селтәрҙәрҙең һаман да етмәүен күҙәттем. Кемдәр был изге эш менән шөғөлләнә – уларға рәхмәтлемен, был эште дауам итәсәкбеҙ, – ти Фәимә ханым.
Йөрөп ҡайтҡас, яугирҙәр янына ҡабат барыуына әҙерлекте башлай Әсә. Уға халыҡ ихлас ярҙам ҡулы һуҙа: кемдер – ҡаҙы, кемдер – ҡорот, башҡа тәмлекәстәр хәстәрләй. Айырыуса өлкән йәштәге апайҙар, күршеләр, таныштар ихлас ярҙам итә.
– Үҙебеҙҙең башҡорт егеттәренә ихтирамым артты. Улар – сыҙамлы, иғтибарлы. Егеттәребеҙҙең рух ныҡлығы, илһөйәрлеге барыбыҙға ла өлгө. Юлымда һәр ваҡыт изге күңелле, ярҙамсыл, мәрхәмәтле кешеләр осрап тора. Мине уларҙың “Әсәй” тип күреп ихтирам итеүе һөйөндөрә, – ти Фәимә Ғибат ҡыҙы. Һәр яугир уның йөҙөндә үҙ әсәһен күрә. Ошондай тынғыһыҙ шәхестәр барында, илебеҙҙең биле ныҡ, рухы ҡаҡшамаҫ булыр.
Гөлназ ҠОТОЕВА.