Хуш тәмле, файҙалы һәм бик популяр эсемлек, уны бөтә ғәрәп илдәрендә тиерлек яраталар.
Уны иртәнсәк эсеү яҡшы, тәбиғи энергетик булып тора.
Был файҙалы эсемлектең рецепты бик ябай: 1 литр һөткә 25-30 финик һәм семтем тоҙ кәрәк.
Финиктарҙы йыуырға, һөйәктәрен алып ташларға, теләһәгеҙ, ваҡ итеп ҡырҡырға мөмкин. Һөт һалып, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметергә һәм 6-7 минут бешерергә. Һөт бешереү ваҡытында төҫөн аҡтан һарыға үҙгәртә. Әҙер эсемлек бүлмә температураһына тиклем һыуынырға тейеш, ә һуңынан уны блендер менән иҙергә кәрәк.
Теләһәгеҙ, эсемлекте һыуытҡысҡа ебәрергә мөмкин, йәки йылы эсергә мөмкин.
Был эсемлектең ике ингредиенты бик файҙалы һәм Ҡөрьәндә һәм күп хәҙистәрҙә телгә алына.
Файҙаһы:
Сығанаҡ: islamdag.ru/health/hushaf-finikovoe-moloko