Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
17 Март , 10:00

Көслө томан ҡурҡыныс аварияларға килтерҙе

Аяныслы, һөҙөмтәлә кешеләр ғүмерҙәре өҙөлдө... 

Көслө томан ҡурҡыныс аварияларға килтерҙе
Көслө томан ҡурҡыныс аварияларға килтерҙе

Бөгөн республика юлдарында көслө томан. Ошо сәбәпле бер нисә етди авария булды һәм кешеләр ғүмерҙәре өҙөлдө.

Тәүге авария Баҡалы районында Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы юлының 107-се километрында теркәлә. 52 йәшлек водитель “Лада Гранта” машинаһында ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм “Шкода Октавия”ға бәрелә. Һөҙөмтәлә, ул йән бирә, тағы бер пассажир төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

Икенсе үлемесле авария Кушнаренко районында теркәлде. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙере хәбәр итеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаһы юл эштәре барған ерҙә: Р-240 автомобиль юлының М-12 “Көнсығыш” трассаһына сыҡҡан урынында 66-сы километрҙа була.

Бында йөк һөт ташыусы цистерна менән Dongfeng йөк машинаһы бәрелешә. Тәүге автомобилгә Дүртөйлө районынан 35 йәшлек ир идара итһә, икенсеһендә 44 йәшлек Иркутск өлкәһе кешеһе ултырған.

Авария һөҙөмтәһендә һөт ташығыс водителе ваҡиға урынында йән бирә. Урында ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Авария ремонтланған күперҙә була, шуға күрә, уны бер ни тиклем ваҡытҡа тулыһынса ябып торалар. Әлеге ваҡытта хәрәкәт асылған, ул светофор ярҙамында башҡарыла. 

Фото: ГАИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: